5 декабрь, Дүшәмбе

04 март 2014 йыл, 16:57

Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары алды

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Андрей Старостин

Республиканың Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы.

«Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» почетлы исеменә балет артисы Илдар Мәнәпов һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры йырсыһы Эльвира Фатихова лайыҡ булдылар. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исемен театрҙың режиссеры Рөстәм Ғәлиев алды. Балет артистары Рөстәм Исхаҡовҡа, Олег Шәйбәковҡа һәм опера йырсыһы Әлим Ҡәйүмовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеме бирелде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының төп эшмәкәрлеге буйынса директор урынбаҫары Радик Сафин һәм Ейәнсура районы мәҙәниәт йортоноң ансамбль етәксеһе Йәмил Йәнбәков «Мәҙәниәттең атҡаҙанған хеҙмәткәре» исемен алдылар.

Наградлауҙан һуң уникаль сопрано эйәһе Эльвира Фатихова үҙенең тәьҫораттары һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

— Мин шатмын һәм бәхетлемен. Был наградаға 17 йылға яҡын килдем. Әммә был, әлбиттә, карьераның түбәһе түгел. Хәҙер сит илдә эшләйем. Оҙаҡ ваҡыт Анкарала Төркиәнең опера һәм балет театрында йырланым. Сентябргә тиклем минең сығыштарым Сиднейҙа, Австралияла яҙылған. Минең яҡын ваҡытта сығыштарым 29 мартта «Травиата»ла, шулай уҡ «Дон-Жуан»дың яңы ҡуйылышында, унда мин дебют яһаясаҡмын, — тип һөйләне халыҡ артисы.