3 декабрь, Шәмбе

04 март 2014 йыл, 14:50

Дмитрий Медведевтың Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Балговещен районы һайлаусылары менән осрашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Благовещен районы халҡы өсөн мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн күсмә ҡабул итеүҙе ойоштороусыларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү ғәҙәтигә әйләнде. Һайлаусылар менән ошондай осрашыуҙарҙың береһен «Берҙәм Рәсәй»ҙең урындағы бүлексәһендә Дмитрий Медведевтың Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Рәил Әсәҙуллин үткәрҙе.

Мөрәжәғәт итеүҙең төп темаһы торлаҡ-коммуналь хужалығы булды, атап әйткәндә, күп фатирлы йорттарҙы ҡарау һәм уларҙы ремонтлау, дөйөм торлаҡ мөлкәтен ҡулланыу, 2014 йылдың ғинуарында эҫе һыуға тарифтың артыуы. Ике граждан торлаҡ һорауы буйынса мөрәжәғәт итте.

Тикшереү барышында ҡайһы бер халдәр буйынса ҡабул итеүҙә ҡатнашҡан район һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре, шулай уҡ «Жилкомсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте идара итеү компанияһы һәм мөлкәт менән идара итеү буйынса комитет белгестәре яуап бирҙе. Граждандарҙың бөтә мөрәжәғәттәрен дә Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе үҙ контроленә алды. Осрашыуға йомғаҡ яһап, Рәил Әсәҙуллин Благовещен халҡының әүҙем тормош позицияһын баһаланы.