6 декабрь, Шишәмбе

04 март 2014 йыл, 12:10

«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә иң яҡшы йәш хеҙмәткәр» конкурсына заявкалар ҡабул ителә

автор: Розалия Вәлиева

«Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә иң яҡшы йәш хеҙмәткәр» II бөтә Рәсәй конкурсына заявкалар ҡабул итеү башланды, тип хәбәр итә «Бөтәһе лә өйҙә» Федераль йәштәр проектының матбуғат хеҙмәтенән. Конкурсты Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ уҙғара.

Ҡатнашыуға 18 йәштән алып 25 йәшкә тиклем коммуналь һәм төҙөлөш өлкәһе белгестәре, уртаса һәм юғары белем биреү йорттарының сығарылыш студенттары һәм студенттар саҡырыла.

Конкурс бер нисә этапта үтәсәк: төбәк (2014 йылдың 12 апреленә тиклем), округ (2014 йылдың май-июне) һәм федераль кимәлдә (2014 йылдың ноябрь-декабрендә). Эштәр дүрт номинация буйынса ҡараласаҡ, улар: «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә иң яҡшы йәмәғәт эшмәкәре», «Дәүләт һәм муниципаль торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә иң яҡшы йәш хеҙмәткәр», «Бизнеста торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә иң яҡшы йәш хеҙмәткәр» һәм «Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә иң яҡшы йәш киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре».

Тулыраҡ конкурстың сайтында баҫылған.