6 декабрь, Шишәмбе

04 март 2014 йыл, 11:43

Республиканың федераль трассаларында тағы ла алты метеопост ҡуйыласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Быйыл Башҡортостанда тағы ла алты автоматлаштырылған метеорология тәьминәте системаһы ҡуйыу планлаштырыла.

Федераль юл агентлығының Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль магистрале идаралығы хәбәр итеүенсә, өс пост Р-240 Өфө — Ырымбур автомобиль юлында ҡуйыласаҡ. Тағы ла икәүһе М-5 «Урал» юлында, берәүһе – Өфөнөң Төньяҡ урау юлында.

Былтыр М-5 «Урал», М-7 «Волга» һәм пост Р-240 Өфө — Ырымбур юлдарында өҫтәмә 11 метеопост ҡуйылды. Әлеге ваҡытта автоматлаштырылған метеорология тәьминәте системаһының иҫәбе 24 берәмеккә етә.

2011-2014 йылдарға эш йомғаҡтары буйынса, уртаса автоматлаштырылған метеорология тәьминәте системаһы төбәктә һәр 30 километр һайын урынлашҡан, тип белдерҙеләр Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль магистрале идаралығында.

Өҫтәп әйтергә кәрәк, бындай метеопостарҙан килгән бөтә мәғлүмәттәр ҙә, ысынбарлыҡ режимында эшкәртелә һәм интернет буйынса Идаралыҡ белгестәренә, юлдарҙың торошон күҙәтеүселәргә, Осоу менән идара итеү үҙәге, шулай уҡ тейешле саралар күреү өсөн подряд ойошмаларына ебәрелә.