5 декабрь, Дүшәмбе

03 март 2014 йыл, 17:58

Төбәк хужалыҡтарында һәр һыйырҙан көн һайын 10,2 килограмм һөт һауып алалар

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан хужалыҡтарында һәр һыйырҙан көн һайын уртаса 10,2 килограмм һөт һауып алалар, ул былтырғы йыл күрһәткестәренән 0,1 килограмға күберәк.

Тәүлегенә 11 килограмдан ашыу һөттө 13 районда алалар. Һауым буйынса лидерҙарҙа элеккесә Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары – 15,6 һәм 15,2 килограмм.

Ауырғазы районында был күрһәткес 14 килограмға етә, Мәләүездә – 12,9 кг, Туймазыла – 12,2 кг, Мәсетлелә – 11,9 кг, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Йыл башынан алып төбәк хужалыҡтарында һәр һыйырҙан уртаса 550 килограмм һөт һауып алынған. Шул уҡ ваҡытта 2014 йылдың ике айы эсендә 600 килограмдан ашыу һөттө Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Тәтешле, Туймазы һәм Өфө райондарында алғандар. 700 килограмдан ашыу – Ауырғазы, 800 килограмдан ашыу – Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондарында.