11 декабрь, Йәкшәмбе

03 март 2014 йыл, 17:21

Рөстәм Хәмитов һәм факелсы Юрий Акшенцов Өфөлә Паралимпия утын яндырҙылар

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков

Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр «Сочи 2014» Паралимпия уты Эстафетаһы этаптарының береһе уҙҙы. Өфө был эстафетала Волга буйы федераль округынан сығыш яһаны.

Паралимпия Утын ҡабыҙыу Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙанда үтте.

Бында башҡорт риүәйәттәре буйынса театрлаштырылған тамаша ойошторолдо.

Факелсылар Башҡорт дәүләт медицина университеты, Ленин исемендәге сквер, «Буревестник» бассейны, Маяковский исемендәге сквер, Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Археология һәм этнография музейы, «Динамо» стадионы маршруты буйынса йүгерҙе.

Байрамдың финалы Салауат Юлаев исемендәге майҙанда йәйелде.

Төп ҡабыҙыу алдынан бында халыҡты ҡаланың бейеү-йыр коллективтары үҙҙәренең ижады менән ҡыуандырҙы.

Һуңғы факел йөрөтөүсе – Рәсәй, Европа һәм донъя чемпионаттарында ҡатнашыусы һәм уларҙа призлы урындар яулаусы – Юрий Акшенцов. Тап уға республика Президенты Рөстәм Хәмитов менән бергә Ҡалала Төп утты ҡабыҙыу хөрмәте тейҙе.

— Ҡәҙерле дуҫтар! Бына яңы ғына Сочиҙа Олимпиада тамамланды. Һәм хәҙер эстафетаны Паралимпия уйындары эләктереп ала, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең төбәк, беҙҙең республика, беҙҙең Өфө үҙенең иҫ киткес спортсылары менән дан ҡаҙана. Олимпиадала алтын миҙалдар бар! Паралимпия уйындарында ла миҙалдар булыр тип уйлайым – беҙҙең йыйылма көслө! Беҙҙә иҫ киткес спортсылар, атаҡлы кешеләр. Мин һеҙҙе Паралимпия Уты үҙебеҙҙә Өфөлә булыуы менән ҡотлайым. Паралимпия уйындарында Рәсәй Федерацияһының спортсылары нисек сығыш яһаясағына көйөп-янасаҡ барыһын да ҡотлайым. Спортсыларыбыҙға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһебеҙ килә – улар көслө кешеләр! Тағы өҫтәп шуны әйтәһе килә, беҙ үҙебеҙҙең энергиябыҙҙы һәм еңеү теләген уларға бирәсәкбеҙ! Бөтәһенә ла ҙур рәхмәт, барыһын да байрам менән! Ура! — тип йомғаҡланы республика башлығы.

Тәбрикләү һүҙҙәре менән Юрий Акшенцов сығыш яһаны, байрам ҡунаҡтарын тарихи ваҡиға менән ҡотланы һәм Сочи-2014 паралимпсыларына уңыштар теләне.

Билдәләп үтергә кәрәк, Эстафетаның бишенсе көнөнә, 5 мартта, уникаль церемония – Сочи ҡалаһының үҙәк майҙанында барлыҡ төбәктәрҙең Паралимпия уттарын «берләштереү» тантанаһы үтәсәк. Эстафета 7 мартта «Фишт» стадионында XI Ҡышҡы Паралимпия уйындарын Асыу менән тамамланасаҡ.