3 декабрь, Шәмбе

03 март 2014 йыл, 16:20

«Науруз гүзәле-2014» конкурсының Гран-при хужаһы буласаҡ инженер-эколог

автор: Гөлфиә Акулова

Өфөлә «Науруз гүзәле-2014» бөтә республиканан татар һылыуҡайҙары конкурсының финалы уҙҙы. Гран-прины республиканың Туймазы районы Ҡандры ауылынан 19 йәшлек Алина Ғиззатуллина яуланы. Ҡыҙ Ҡазан университетының Идаралыҡ һәм территориаль үҫеш институтында «инженер-эколог» һөнәре буйынса белем ала. Шулай уҡ Алина «Дуҫлыҡ һылыуҡайы» номинацияһын яуланы һәм конкурстың төп бүләге – тире әйберҙәр салонынан 150 мең һумлыҡ шәшке тунын алды, тип хәбәр иттеләр ойоштороусылар.

Ярышта беренсе урынды Мәләүездән Алена Зәбирова яуланы. Илеш районынан Элвира Рәҡипова икенсе урында, өсөнсөлә – Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Альбина Ғилданова. Ҡалған ҡыҙҙар «Һандугас», «Зифа буйы», «Зирәк ҡыҙ», «Нурлы йөҙ» кеүек номинацияларҙа танылыу яуланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иң сибәре исеменә бәйгелә 12 ҡыҙ ҡатнашты. Улар үҙҙәренең матурлыҡтарын ғына түгел, ә төплө белемдәрен, тыуған татар телен белеү оҫталыҡтарын да күрһәтте. «Науруз гүзәле» конкурсы йыл һайын татар ҡыҙҙарының матурлығын пропагандалау һәм милли мәҙәниәт сығанаҡтарына йәштәрҙең иғтибарын арттырыу маҡсатында уҙғарыла.

темалар: конкурстар