7 декабрь, Шаршамбы

03 март 2014 йыл, 15:07

Республика Президенты Иҫке Собханғол ауылының һул яҡ ярындағы биҫтәлә мәктәптә булды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иҫке Собханғол ауылының һул яҡ ярындағы биҫтәлә урынлашҡан мәктәптә булды. Ул Бөрйән районы үҙәгенең иң ҙур биҫтәләренең береһе, унда 1000-дән ашыу кеше йәшәй. Үҙ ваҡытында бында күбеһенсә урындағы урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре йәшәгән.

Белем биреү йорто яҡшыларҙан түгел. Мәктәп 1957 йылда һалынған, капиталь ремонт бында булмаған. Бина ағастан һалынған бер ҡатлы, спорт залы, уҡыу оҫтаханаһы юҡ. Үҙенең функцияларын үтәмәгән, ағас нигеҙ айырыуса ҡурҡыныс уята. Мәктәп мейес менән йылытыла. Кабинеттар ҙа санитар-гигиена нормаларына яуап бирмәй. Мәктәп һыу менән тәьмин ителмәй, канализацияһы юҡ.

Әлеге ваҡытта бында 100 бала белем ала. 30 ғаилә балаларын район үҙәге мәктәбенә йөрөтә. Биҫтәлә яҡшы балалар баҡсаһы ла юҡ.

Башҡортостан Президенты, бер ҡыйыҡ аҫтына мәктәпте һәм балалар баҡсаһын берләштерәсәк, заманса бина төҙөү өсөн проект-смета документтарын әҙерләргә йөкләмә бирҙе. Артабан был объект төҙөлөшөн республика адреслы инвестиция программаһына индереү мәсьәләләре ентекләп өйрәнеләсәк.