Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Бөрйән районының мәҙәниәт һәм спорт объекттарында булды

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында район Мәҙәниәт һарайының эшмәкәрлеге менән танышты. Республика етәксеһе мәҙәниәт учреждениеһының тамашасылар һәм спорт залдарын ҡараны. Башҡортостан Президенты спорт залының ҡаралмаған хәленә иғтибар итте. Рөстәм Хәмитов район хакимиәте башлығы Динир Әхмәтйәновҡа залды капиталь ремонтлау мәсьәләһен ентекләп эшләргә ҡушты.

Шулай уҡ республика етәксеһе «Урал» физкультура-сәләмәтләндереү комплексында булды, ул 2013 йылдың декабрендә асылған. Был яңы заманса спорт комплексы бассейн, күнекмә залы һәм уйын төрҙәре өсөн зал менән йыһазландырылған. Рөстәм Хәмитов был физкультура комплексында спорт үҫеше өсөн шарттар менән ҡәнәғәт ҡалды.

Республика башлығы шулай уҡ район ҡунаҡтары һәм халҡы өсөн уңайлы туристик зонаны булдырыуға шәхси инвесторҙарҙың өлөшөн баһаланы. Рөстәм Хәмитов Иҫке Собханғол ауылында 50 ҡунаҡхана бүлмәһе иҫәпләнгән ҡунаҡхана комплексы төҙөлөшөн ҡараны. Бер үк ваҡытта бында 100 кеше урынлаша ала. Бинала конференц-холл һәм ресторан ҡаралған.

Ҡунаҡхана Ағиҙел йылғаһы буйында хозур тәбиғәт мөйөшөндә туристарҙы ҡабул итәсәк. Уны шәхси эшҡыуар Марс Юлбарыҫов төҙөй. Ул Кинйә Арыҫланов исемендәге хәйриә фондын етәкләй һәм ун йылдан ашыу райондың төрлө туристик һәм социаль сараларына матди ярҙам күрһәтә. Планлаштырыу буйынса, быйыл асыласаҡ ҡунаҡхана комплексы район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы юғары кимәлдә хеҙмәтләндерә аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть