8 декабрь, Кесе йома

03 март 2014 йыл, 12:22

Төбәк етәксеһе Иҫке Собханғол ауылында мәктәпте яңыртып ҡорорға ҡушты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөрйән районы буйынса эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иҫке Собханғол ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә булды. Республика башлығы химия һәм информатика дәрестәрендә булды, тип хәбәр иттеләр БР Президентының матбуғат хеҙмәтенән.

Химия кабинетында уҡыусылар республика етәксеһенә электрон микролаборатория мөмкинлектәрен күрһәтте. Уның менән химик иретмәләр һәм берләшмәләр параметрҙарын билдәләп була. Кабинет уҡыусыларға тест үткәреү өсөн интерактив система менән йыһазландырылған. Белем сифатын баһалау процесын республика етәксеһе ҡарай алды.

Информатика класында Рөстәм Хәмитов Интернет тиҙлеге менән ҡыҙыҡһынды. Секундына 2 мегабит тәшкил итеүе асыҡланды, уҡыусылар талаптарына ул тулыһынса тап килә. Информатика уҡытыусыһы Рөстәм Вәлиуллин Президентҡа электрон журналды күрһәтте. Уның менән уҡыусыларҙың дәрескә йөрөү һәм өлгәшеү статистикаһын алып барыу еңелерәк. Әкренләп электрон форма ғәҙәти ҡағыҙ журналын алмаштыра аласаҡ. Бигерәк тә, документтар рәсми рәүештә үҙ статусы буйынса тиңләштерелгән.

Мәктәптә йыһазландырылған бер юлы ике информатика кабинеты бар. Икенсеһендә республика башлығына төрлө мәктәп дисциплиналары буйынса электрон методик әсбаптар күрһәттеләр. Уҡыу йортонда «Үҫеш» программаһы индерелгән. Интеллектуаль продукт республиканың Мәғарифты үҫтереү институты менән әҙерләнгән. Был дистанцион программа уҡыусыларҙы Дәүләт йомғаҡ аттестацияһын һәм Берҙәм дәүләт имтихандарына уңышлы тапшырырға әҙерләү өсөн.

Мәктәпте ҡараған саҡта 575 урынлыҡ яңы уҡыу корпусы һәм 120 балаға интернат төҙөү менән бинаны реконструкциялау проекты тикшерелде. Әлеге ваҡытта уҡыусылар ҡыҫынҡы шарттарҙа шөғөлләнә. Төҙөлөштө 2014 йылдан алып 2016 йылға тиклем алып барыу күҙаллана.

Рөстәм Хәмитов реконструкциялау буйынса эште быйыл уҡ башларға йөкләмә бирҙе. Сөнки уҡыусылар һаны районда даими рәүештә арта. Муниципалитет тыуым күрһәткестәре буйынса төбәктә беренселектә тота. Шулай, әгәр быйыл мәктәпкә 600 тирәһе бала йөрөһә, 2015 йылда был һан 731 кешегә тиклем артасаҡ.