11 декабрь, Йәкшәмбе

03 март 2014 йыл, 11:40

Республика башлығы Иҫке Собханғол ауылында балалар баҡсаһы төҙөлөшөн баһаланы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөрйән районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Иҫке Собханғол ауылының Баҙал биҫтәһендә төҙөлә башлаған балалар баҡсаһын ҡараны. Объектты 2013 йылдың сентябрендә төҙөй башлағандар. Бөгөнгө көнгә төҙөүселәр фундамент һалған, стеналарҙы күтәрә башлаған. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын төҙөүгә йүнәлтелгән 86 миллион һумдан 22 миллион тирәһе үҙләштерелгән. Тәүге балаларҙы балалар баҡсаһы быйыл көҙ ҡабул итергә тейеш.

Рөстәм Хәмитов балалар баҡсаһының планировкаһы менән танышты, социаль объектта эштең сифаты менән ҡыҙыҡһынды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәтенән. Бөрйән районы хакимиәте башлығы Динир Әхмәтйәнов әйтеүенсә, төҙөүселәрҙең эш барышы һәм сифаты муниципалитетты ҡәнәғәтләндерә.

— Әгәр һеҙ, балалар баҡсаһы кеүек, бындай мөһим социаль объектты төҙөүгә тотондоғоҙ икән, тимәк, мәктәпкәсә учреждениеларға ҡуйылған, бөтә талаптарҙы һәм нормаларҙы үтәп, сифатлы эшләргә тейешһегеҙ, — тине Башҡортостан Президенты, подрядсыларға мөрәжәғәт итеп.

Рөстәм Хәмитов балалар баҡсаһының иҫке бинаһын да ҡараны. Яраҡлаштырылған ағас бина мәктәпкәсә балалар учреждениеларына ҡуйылған заманса талаптарға тап килмәй. Шуның менән бәйле яңы бина төҙөү ҡаралған. Бөгөнгө көнгә Бөрйән районында балалар баҡсаларына үҙ сиратын 350 бала көтә. Яңы балалар баҡсаһын сафҡа индереү сиратты ике тапҡырға тиерлек кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Республика башлығы Баҙал яңы биҫтәлә инженер селтәрҙәренең төҙөлөш барышын ҡараны. Президент Ҡәдиров, Вәлиди, Аҡмулла, Азатлыҡ урамдары буйлап үтте һәм электр, газ менән тәьмин итеү, газофикация буйынса төҙөлөш эштәрен баһаланы. Ағымдағы йылдың икенсе кварталында электрофикация һәм газ менән тәьмин итеү буйынса саралар тамамланасаҡ.

Һыу үткәреү селтәрҙәрен монтажлау хәҙер иң ҡыҙыуында. Һыу үткәргес 27 километрға һуҙыласаҡ һәм 2015 йылда тапшырыласаҡ. Әлеге ваҡытта уны ҡороуға 1,5 миллион һум үҙләштерелгән.