8 декабрь, Кесе йома

03 март 2014 йыл, 9:59

Рөстәм Хәмитов РФ ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашты

автор: "Башинформ"

28 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашты.

Рөстәм Хәмитов, Ирина Бойкова етәкселегендәге ЮНЕСКО-ның рәсми делегацияһының республикаға килеүе апрелдә көтөлә, тип билдәләне.

Григорий Орджоникидзе Рөстәм Хәмитовҡа ЮНЕСКО комиссияһы составына инеү ризалығы биргәне өсөн рәхмәт әйтте һәм 21 апрелдә юбилей билдәләнә – СССР-ҙың ЮНЕСКО-ға инеүенә 60 йыл тула, тип хәбәр итте.

— Беҙ Һеҙҙе тантаналы йыйылышта инде комиссия ағзаһы сифатында көтәбеҙ. Беҙҙә бындай йыйылыштар йыл һайын уҙғарыла, әммә алдағыһы, юилейға арналғаны, тантаналыраҡ буласаҡ, — тине Григорий Орджоникидзе.

Уның әйтеүенсә, «бөтә республикалар араһынан һеҙҙә ЮНЕСКО менән иң бай эш тәжрибәһе, сөнки ул инде 15 йыл һуҙымында дауам итә. Яңы тарихта ла әүҙем хеҙмәттәшлек бара. Һеҙҙең тәжрибәгеҙ башҡа илдәр өсөн ҡыҙыҡлы. Һәм беҙ тағы ла, һеҙҙең Башҡорт педагогия университетында булдырылған, ЮНЕСКО кафедраһын  асыуҙы ҡыҫҡа форматта эшләргә тәҡдим иттек».

Рөстәм Хәмитовтың РФ ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашыуының стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.