6 декабрь, Шишәмбе

28 февраль 2014 йыл, 18:30

Башҡорт дәүләт педуниверситеты - «Алтын өкө» конкурсының Гран-при хужаһы

автор: Әлим Фәйезов

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, «Мәғариф. Фән. Карьера» мәғариф форумы сиктәрендә уҙғарылған, юғары, урта һәм башланғыс һөнәри белем биреү учреждениелары араһында йыл һайын уҙғарыла торған «Алтын өкө» республика конкурсында Гран-приға лайыҡ булды.

Конкурстың төп критерийҙары – уҡыу йортоноң карточкаһын (ҡушылған тематикаға тап килеү, мәғлүмәтле булыу, үҙенсәлеклек, артистизм, корпоратив стиль, булышлыҡ төркөмө) әҙерләү, стендты биҙәү сиктәрендә белем биреү учреждениеһын комплекслы күрһәтеү һәм иң яҡшы матбуғат баҫмаһына конкурс. Быйыл конкурс Сочиҙағы XXII Ҡышҡы Олимпия уйындарына арналғайны, конкурстың девизы «Белем аша еңеүҙәргә!». Конкурста бөтәһе 163 белем биреү учреждениеһы ҡатнашты, тип хәбәр итә Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәте.

темалар: мәғариф, бдпу