Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 1 марттан алып электричкаларҙа юл йөрөү хаҡы артасаҡ

Иҡтисад

Башҡортостан территорияһында йөрөүсе, ҡала яны поездарында юл йөрөү хаҡы 1 марттан арта, был турала Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Билетҡа хаҡ БР Хөкүмәтенең 2014 йылдың 18 февралендәге бойороғо нигеҙендә арта. Куйбышев тимер юлының Башҡортостан участкаһында ҡала яны юлының һәр ун километрлыҡ зонаһына айырым тариф билдәләнә. Миҫалға, 1-се зонанан алып 3-сө зонаға тиклем йөрөгәндә 16 һум түләргә кәрәк буласаҡ, ә 4-9 зонала йөрөүҙә – 14 һум, 10-19 зонала йөрөүҙә – 12. Атап әйткәндә, 1 марттан алып Өфөнән Шишмәгә тиклем билет хаҡы 70 һум (хәҙер 60) торасаҡ, Благоварға тиклем – 112 (96), Раевкаға тиклем – 144 (120), Абдуллаға тиклем – 312 (260).

Ҡала яны поездарға билет хаҡы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Өфөләге ҡыҙыу линия телефондары (347) 229-14-98 буйынса белергә була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть