Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Сибайҙа Урал аръяғы индустриаль паркы ойоштороласаҡ

Иҡтисад

Башҡортостандың Урал аръяғында, элекке Сибай ит комбинаты территорияһында, индустриаль парк ойоштороласаҡ. Майҙансыҡта БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажитдинов һәм Урал аръяғын иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмә ҡатнашыусылары булды.

Майҙандарҙың хужаһы – шәхси эшҡыуар Андрей Андреев. Ул БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығына Сибай ит комбинатының биналар комплексы нигеҙендә индустриаль парк ойоштороу буйынса проектты Башҡортостандың индустриаль парктары исемлегенә индереү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Уның заявкаһы хуплана.

Индустриаль парк – производстволар урынлаштырыу өсөн ойошторолған, энергия сығанағы, инфраструктура, административ-хоҡуҡи шарттар менән тәьмин ителгән территория. Индустриаль парк махсус компания менән идара ителә.

2014 йылдың февраленә ҡарата электр энергияһын ҡулланыуға килешеү төҙөлгән, территорияла техник һыу менән скважина бар, производство эшләй башлағас уны ҡала селтәренә тоташтырыу планлаштырыла. Газ менән тәьмин итеү өсөн техник шарттар әҙерләргә кәрәк, әлеге ваҡытта проект эштәре бара. Яҡынса газ биреү ваҡыты – 2014 йылдың майы.

Әлеге ваҡытта индустриаль паркты рәсмиләштереү өсөн кәрәкле документтарҙы йыйыу тамамлана.

Индустриаль парктың дөйөм территорияһы – 13,6 гектар. Инфраструктураны тергеҙеүгә алты миллион һум тотонолған. Бында ябыҡ цикл производствоһы – мебель етештереү, ағас эшкәртеү, ағас ҡалдыҡтарын эшкәртеү, ағас һәм активлаштырылған күмер етештереүҙе ойоштороу планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть