3 декабрь, Шәмбе

28 февраль 2014 йыл, 15:22

Башҡортостан Хөкүмәте һәм «ӨМЭПБ» аай инвестия килешеүен әҙерләйҙәр

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында, «Сухой» маркаһы самолеттары өсөн 117С двигателдәре етештереүгә ҡағылған, инвестия килешеүенә ҡул ҡуйыласаҡ. Был турала кесе йома, 27 февралдә, БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы коллегияһы ултырышында ведомство башлығы Алексей Карпухин хәбәр итте.

— Әлеге ваҡытта Башҡортостан Хөкүмәте һәм «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында өҫтөнлөклө инвестиция проектын тормошҡа ашырыу шарттары тураһында инвестия килешеүе ҡул ҡуйыуға әҙерләнә, — тине Алексей Карпухин. — Ул, «Сухой» маркаһы самолеттарында ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән, 117С двигателдәре производствоһын булдырыу һәм үҙләштереү.

Министр әйтеүенсә, «ӨМЭПБ» аай дүрт инвестиция проектын бойомға ашыра. Улар перспективалы бишенсе быуын газ турбиналы двигателдәрҙе етештереү һәм фәнни һыйҙырышлы һынау базаларын булдырыу өсөн яңы технологиялар үҙләштереүгә йүнәлтелгән. Һығымтала был проекттар ӨМЭПБ-кә «Рәсәй Федерацияһының хәрби авиация паркын модернизациялау программаһы буйынса төп үтәүсеһе» булырға мөмкинлек бирәсәк, тип билдәләне Алексей Карпухин.

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – Рәсәйҙең иң эре авиация двигателдәре етештереүсеһе. Турбореактив авиация двигателдәре һәм газ ҡыуыу агрегаттары эшкәртеү, етештереү, уларҙы сервис хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, вертолет техникаһы узелдары етештереү һәм ремонтлау менән шөғөлләнә. Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – «Оборона сәнәғәте» Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 100 процентлы бүлендек компанияһына инә.