8 декабрь, Кесе йома

28 февраль 2014 йыл, 14:30

Республика Президенты Өфөлә асылған «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында булды

автор: "Башинформ"

27 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөләге «ВДНХ-Экспо» яңы сауҙа-күргәҙмә комплексының эшен тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Хәҙер бында «Мәғариф. Фән. Карьера» күргәҙмәһе бара. Унда 150-нән ашыу экспонент ҡатнаша. Күбеһенсә ул Башҡортостандың юғары һәм урта белем биреү йорттары. Республика башлығы уларҙың стендтарын ҡараны, студенттарҙың ғилми эштәре һәм тәҡдим ителгән белем биреү технологиялары менән танышты.

Шулай итеп, Рөстәм Хәмитов Башҡорт дәүләт аграр университеты территорияһын йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү проекты менән танышты. Велосипед юлдарын, декоратив үҫентеләр һәм ял итеү аллеяһын үҙ эсенә алған рекрацион зонаның майҙаны 500 квадрат метр тәшкил итә. Проекты 2014 йылда ғәмәлгә ашырырға планлаштыралар.

— Бындай рекреациялар ҡалаға кәрәк. Шуныһы мөһим, проект ҡағыҙҙа, макетта ғына ҡалмай, ә тормошҡа ашырылыуы, — тине Рөстәм Хәмитов.

Һуңынан республика Президенты «ВДНХ-Экспо» комлексының йыһазландырыу барышы менән танышты. Проект буйынса ул өс экспозиция секцияһынан (шул иҫәптән икәүһе – асыҡ һауала), конференция залынан, сауҙа үҙәгенән, шулай уҡ бөтә донъяға билдәле «Мариотт» селтәре отеленән тора. Комплекстың дөйөм майҙаны – 16 мең квадрат метр.

— Тәьҫораттар яҡшы, – тине Рөстәм Хәмитов, «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында булып. – Комплексты 10 йыл самаһы төҙөнөләр, әммә һуңғы ике йыл эсендә бөтә ресурстарҙы һәм көстәрҙе туплап, ниһәйәт, төҙөп бөттөләр. Минең ҡарашҡа яҡшы килеп сыҡҡан. Был Өфөгә һәм беҙҙең республикаға етмәгән нәмә. Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендә масштаблы күргәҙмәләр үткәреү өсөн заманса майҙансыҡ юҡ ине. Бөгөн ул бар. Был майҙансыҡ үҫешер тип ышанам.

Шул уҡ көндө республика башлығы «Аҡбуҙат» ипподромында булды, унда «Матди дәлилдәр. Сүриә» («Вещдоки. Сирия») социаль-сәйәси күргәҙмә ойошторолған.  Экспозицияла хәрби ваҡиғалар урындарынан фотолар, видео яҙмалар һәм матди дәлилдәр күрһәтелгән. Материалдарҙы Өфө фотографтары Айбулат Аҡбутин һәм Хәлит Сафин йыйған, улар 2013 йыл аҙағында Сүриәнең бер нисә ҡалаһында булған. Һуғыш предметтары илдә гражданлыҡ һәләкәте һөҙөмтәләрен сағылдыра: емерелгән ҡалалар, һуғыш, үлтерелгәндәр һәм яраланғандар. Проекттың төп маҡсаты – ҡораллы конфликт зонаһында булған, ысын ваҡиғаларҙы кешеләргә күрһәтеү. Күргәҙмә асылғандан алып – 15 февралдән – уны дүрт меңдән ашыу кеше ҡараған.

— Бер яҡтан, быларҙың бөтәһен дә күрһәтеүегеҙ яҡшы. Икенсе яҡтан, граждандарҙың ғәҙәти, тыныс тормошо нимәгә әйләнеүен ҡарауы ауыр. Ул бәлә-ҡазаға, фажиғәгә, емерелеүгә әйләнгән, — тип күргәҙмәгә үҙ ҡарашын белдерҙе Рөстәм Хәмитов.