10 декабрь, Шәмбе

28 февраль 2014 йыл, 9:59

Рөстәм Хәмитов бизнесты Башҡортостандың сәнәғәт үҫешен бергәләп планлаштырырға саҡырҙы

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов кесе йома БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы коллегияһы ултырышында эре предприятиелар вәкилдәрен власть һәм сәнәғәт секторы араһында мөнәсәбәттәрҙең форматын ике яҡтың мәнфәғәтендә лә үҙгәртеп ҡорорға саҡырҙы.

Президент әйтеүенсә, бөгөн дәүләт идара итеү органдары һәм сәнәғәт араһында үҙ-ара йоғонто яһау «көндәлек эш кимәлендә» бара, власть компанияларҙың бизнес-пландары һәм стратегиялары тураһында белмәй. Шул уҡ ваҡытта ике яҡ та сәнәғәт производствоһы үҫеше менән ҡыҙыҡһына. Рөстәм Хәмитов предприятиеларҙың етәкселәрен «дөйөм маҡсаттан сығып алға хәрәкәт итергә» саҡырҙы:

— Баҙар иҡтисады бөтә нәмәнең нигеҙенә әйләнде. Әммә шул уҡ ваҡытта, план күрһәткестәренән тыш, властың һәм сәнәғәтселәрҙең системалы үҙ-ара тәьҫиренән тыш артабанғы үҫеш булмауын аңлайбыҙ.

Республика Президенты, планлаштырыу директив йәки административ характер йөрөтөргә тейеш түгел, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Планлаштырыуҙа иң мөһиме «быларҙың барыһының да нисек үҫешеүен аңлау» булырға тейеш. Әлегә «беҙ йыл һайын өлгәшелгәндән планлаштырабыҙ».

— Идеалда мин барыһын да былайыраҡ күрәм: беҙ эре предприятиелар менән түңәрәк өҫтәл артына ултырып һеҙҙең бизнес-пландарығыҙҙы асырға, һеҙҙең үҫеш перспективаларығыҙҙы ҡарарға тейешбеҙ. Ә һеҙ, беҙгә һорауҙар биреп һәм яуаптар алып, производство күләмен арттырыу яғына бараһығыҙ, — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов бизнес вәкилдәренә. — Ике яҡтың да, властың сәнәғәтселәр алдында ла һәм сәнәғәтселәрҙең власть алдында ла, йөкләмәләре булырға тейеш.

Республика Президенты, төбәктә нефть өлкәһен үҫтереү буйынса, юғары технологик ҡорамалдар менән коллектив ҡулланыу үҙәге булдырыу буйынса бизнестың һәм властың конструктив хеҙмәттәшлек өлгөләре бар, әммә дөйөм алғанда бындай үҙ-ара йоғонтоноң системалы нигеҙе юҡ, тип билдәләне.

Рөстәм Хәмитов сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухинға «хәлде тотош аңларға» һәм хеҙмәттәшлек һәм үҙ-ара булышыу моделен ентекләп уйларға ҡушты.

— Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, һәр – бер ни тиклем әһәмиәтле, эре һәм хатта уртаса предприятие буйынса, беҙҙе нимә көтөрөн белергә тейеш, — тине Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов был процеста республиканың Сауҙа-сәнәғәт палаһын да ҡатнашырға саҡырҙы.