3 декабрь, Шәмбе

27 февраль 2014 йыл, 17:33

Йылайыр районы уҡыусылары юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән осрашты

автор: Әлим Фәйезов

Ошо көндәрҙә Йылайыр ауылының Мәҙәниәт йортонда һөнәри ориентация эше сиктәрендә ун беренсе синыф уҡыусылары һәм Йылайыр районы ата-әсәләренең юғары уҡыу йорттары вәкилдәре менән традицион осрашыуы үтте. Киләсәк абитуриенттар менән осрашыуҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм вуздың Стәрлетамаҡтағы филиалы, Башҡорт дәүләт университеты һәм уның Стәрлетамаҡ, Сибай филиалдары, Башҡорт дәүләт аграр университетының Сибай филиалы, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Ырымбур дәүләт университетының Күмертау филиалы, Г.И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты вәкилдәре ҡатнашты. Улар университеттар, уларҙың филиалдары, факультеттары, ҡабул итеү ҡағиҙәләре, документтарҙы тапшырыу ваҡыты тураһында тулыраҡ һөйләне.

Йылайыр районы хакимиәтенең мәғлүмәт эше бүлеге начальнигы Флүрә Сарбаева хәбәр итеүенсә, ниндәй имтихандарҙың мотлаҡ булыуы, теге йәки был һөнәргә Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырғанда өҫтәмә ниндәй дисциплиналар һайлау кәрәклеге, вузға тиклем әҙерлектең нисек барыуы, төбәк һәм ил иҡтисады үҫешенең заманса этабында ниндәй һөнәрҙәргә ихтыяж күберәк булыуына айырыуса иғтибар бүленде.