Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Баш ҡала таксистарын законды үтәүгә тикшерәләр

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты Өфөлә еңел такси менән пассажир йөрөтөүсе ойошмаларҙы һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы тикшерә. Тикшереү 2011 йылдан алып беренсе тапҡыр уҙғарыла. Шул ваҡыттан алып ҡалала пассажир йөрөтөүгә һигеҙ мең рөхсәт ҡағыҙы бирелгән.

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре таксистарҙың транспорт өлкәһендә ҡануниәтте һәм мотлаҡ талаптарҙы (документтар, эшләнгән эштәр, тәҡдим ителгән хеҙмәттәр, улар менән ҡулланған территориялар, биналар, бүлмәләр, ҡорамалдар һәм автомобилдәр) үтәүҙәрен тикшерҙе.

Автомобилдең тышҡы торошо ла тикшерелә: башында ҡыҙғылт һары төҫтә таныу фонары, кузовта – шахмат тәртиптә контраст төҫтә дүрткел композицияһы булырға тейеш. Салонда, шоферҙан уң яҡта алғы панелдә фрахтовщик исеме менән мәғлүмәт, еңел такси менән файҙаланыуҙың түләү шарттары һәм шоферҙың фото рәсеме, шулай уҡ пассажирҙар йөрөтөүҙе контролдә тотҡан органдың атамаһы, адресы һәм телефон номеры менән визит карточкаһы урынлашырға тейеш.

2014 йылда 30 пассажир ташыусыны тикшерәсәктәр, әле уларҙың дүртәүһе тикшерелгән. Сираттағы бындай тикшереүҙә БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров ҡатнашты.

— Башҡортостандың һәр кешеһе йәки ҡунағы сифатлы, ышаныслы һәм хәүеф-хәтәрһеҙ транспорт хеҙмәттәре менән файҙаланһын өсөн тырышабыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ильяс Мөниров. — Һәм еңел такси ситләшеп ҡалмай. Норматив акттарҙың талаптары был шарттарҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән, шуға күрә беҙ пассажир йөрөтөүселәр менән эште дауам итәсәкбеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть