Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.37 ↑

EUR 61.54 ↓

2 март, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң иң яҡшы уҡытыусыһы машина алды

Йәмғиәт

Өфөлә «Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы-2014» һәм «Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2014» конкурстары еңеүселәре билдәләнде.

Быйылғы уҡыу йылында Гүзәл Леонова иң яҡшы уҡытыусы булды – ул Өфөнөң Орджоникидзе районы «Берҙәмлек» лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.  Шулай уҡ «Иң яҡшы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» исеменә ярышыусылар араһында уға тиң булманы. Уҡытыусы конкурстың төп бүләге – автомобилде алды.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» номинацияһында еңеүҙе Гүзәл Ҡаһирова – Калинин районының 112-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы яуланы. Иң яҡшы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тип Киров районының 21-се лицейынан Элвира Ғилфанова танылды, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Быйыл, 17-се тапҡыр уҙғарылған, һөнәри конкурста баш ҡаланың 27 уҡытыусыһы ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть