3 декабрь, Шәмбе

27 февраль 2014 йыл, 15:11

2014 йылда төбәк агросәнәғәт комплексы федераль бюджеттан 1,065 миллиард һум субсидия аласаҡ

автор: Галина Бахшиева

Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығында профилле департаменттар белгестәре төбәктәрге субсидиялар күсереү буйынса эш алып бара.

Дөйөм алғанда ил буйынса үҫемлекселек өлкәһенә ярҙам итеүгә быйыл 14 440,000 миллион һум бүленгән. Уларҙан өлкәне үҫтереүгә, үҫемлекселек продукцияһын эшкәртеүгә һәм һатыуға ҡыҫҡа сроклы кредиттар буйынса процент ставкаларын ҡайтарыуға 3 392,2453 миллион һум йүнәлтелгән.

Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә, үҫемлекселек өлкәһендә ауыл хужалығын страховкалау килешеүе буйынса өҫтәлгән, страховкалау премияларын түләүгә сығымдарҙың өлөшөн ҡайтарыу өсөн 4 997,000 миллион һум бирелә.

Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә, малсылыҡ өлкәһендә ауыл хужалығын страховкалау килешеүе буйынса өҫтәлгән, страховкалау премияларын түләүгә сығымдарҙың өлөшөн ҡайтарыуға 950,000 миллион һум ҡаралған.

Тоҡом малсылығына ярҙам итеүгә илдең Ауыл хужалығы министрлығы 3 325,000 миллион һум бүлә. Уларҙан инә һарыҡтарҙы һәм кәзәләрҙе үрсетеү буйынса тотоноуҙарҙың өлөшөн ҡайтарыуға – 620,350 миллион һум, төньяҡ боландарын, маралдарҙы һәм итле йылҡы өйөрөнә – 171,000 миллион һум, шул иҫәптән малсылыҡты үҫтереүгә ҡыҫҡа сроклы кредиттар буйынса процент ставкаларын ҡайтарыуға — 3 738,977 миллион һум. Ит йүнәлешендәге тоҡомло эре мөгөҙлө малға булышлыҡ итеүгә Рәсәйҙең федераль бюджетынан 380, 000 миллион һум бүленә.

Шул уҡ арала, «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2014 йылда өҫтә һаналып киткән маҡсаттарға республика федераль бюджеттан 1,065 миллиард һум аласаҡ.