5 декабрь, Дүшәмбе

27 февраль 2014 йыл, 14:36

Республика этник мәҙәниәт үҫешенең маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға федераль субсидиялар аласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының, гражданлыҡ берҙәмлеген нығытыуға һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе гармониялаштыруға йүнәлтелгән төбәк маҡсатлы программаларын һайлап алыуҙа еңеүсе тип табылған, 39 субъект иҫәбендә. 2014 йылда конкурс комиссияһы ҡарауына 55 төбәк программаһы тапшырыла, улар Рәсәйҙең Төбәк үҫеше министрлығы ҡарары менән билдәләнгән 12 критерий буйынса баһаланды.

Еңеүселәргә «Рәсәй милләттәре берҙәмлеген һәм Рәсәй халыҡтарының этник мәҙәниәте үҫешен нығытыу (2014-2020 йылдар)» федераль маҡсатлы программа сиктәрендә федераль бюджеттан субсидиялар биреләсәк. Төбәк үҫеше министрлығында аңлатыуҙарынса, төбәктең маҡсатлы программалары, гражданлыҡ ватансылығын һәм Рәсәй гражданлыҡ берҙәйлеген формалаштырыуға һәм нығытыуға, шулай уҡ Рәсәй халыҡтарының этник мәҙәниәте үҫешен үҫтереү һәм телдәр төрлөлөгөнә ярҙам итеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән, йәмәғәт инициативаларына һәм сараларға ярҙам итеүҙе ҡарай.

Милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә программа сиктәрендә субъекттар араһында федераль бюджеттан средстволарҙы 2014 йылда бүлеүҙе раҫлау тураһында акт проектын әҙерләйәсәк һәм йүнәлтәсәк.