9 декабрь, Йома

27 февраль 2014 йыл, 12:28

Башҡортостан Президенты вазифаһын икенселәй исемләү тураһында БР Конституцияһына төҙәтмәләр ҡабул ителде

автор: Арина Рәхимҡолова

Башҡортостан парламентарийҙары республиканың иң юғары вазифалы кешеһенең вазифаһын икенселәй исемләү тураһындағы закон проектын өсөнсө уҡыуҙа раҫланы. Ҡабул ителгән инициативаға ярашлы, төбәк етәксеһен 2015 йылдан алып рәсми рәүештә «Глава Республики Башкортостан» тип исемләргә кәрәк. Бындай ҡарар БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың VI пленар ултырышында ҡабул ителде.

Закон проекты өҫтөндә эшләгәндә 14 төҙәтмә индерелгән, уларҙың икәүһе – БР Прокуратураһы менән. Төҙәтмәләрҙең бер өлөшө кире ҡағылған. 2014 йыл аҙағына тиклем «Глава Республики Башкортостан» һәм «Президент Республики Башкортостан» тигән исемләүҙәр тиң мәғәнәле булып тора. БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, «Глава Республики Башкортостан»дың башҡортса варианты «Башҡортостан Республикаhы Башлығы» тип яңғырай.

«Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү тураһында»ғы тейешле закон проекты 26 декабрҙә республика парламентының пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа күпселек тауыш менән ҡабул ителде. Инициативаны БР Конституция суды рәйесе Люция Ғүмәрова тәҡдим иткәйне. Проект менән республика Конституцияһының бер нисә статьяларына үҙгәрештәр индерелә. Улар араһында – 2010 йылдың 28 декабрендәге федераль законға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы субъектының иң юғары вазифалы кешеһенең вазифаһы атамаһын үҙгәртеү.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2010 йылда Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев РФ субъекттары башлыҡтарын президент тип йөрөтөүҙе тыйған законға ҡул ҡуйғайны. Төбәк башлығы вазифаһының атамаһы РФ субъекты Конституцияһы (уставы) нигеҙендә тарихи, милли һәм башҡа йолаларҙы иҫәпкә алып билдәләнә.