5 декабрь, Дүшәмбе

27 февраль 2014 йыл, 12:04

Өфөгә Рубенстың «Кающаяся Мария Магдалина»һын килтергәндәр

автор: Гөлфиә Акулова

Ошо көндәрҙә Өфө художество галереяһында «Шедеврҙың ҡайтыуы» бер картинаның уникаль күргәҙмәһе асылды. Ҡарарға килеүселәрҙең иғтибарына Ирбит дәүләт һынлы сәнғәт музейы йыйылмаһынан Пауль Рубенстың «Кающаяся Мария Магдалина с сестрой Марфой» рәсеме тәҡдим ителә.

Фламанд рәссамының хеҙмәт емеше 1976 йылдан алып Силәбе өлкәһенең Ирбит ҡалаһында Һынлы сәнғәт музейында була. Ул саҡта Эрмитаж картинаны, Венала Художество-тарихи музейында һаҡланыусы, Рубенстың шундай уҡ рәсеменең күсермәһе кеүек бүләк итә. Барыһы ла үҙгәрешһеҙ ҡалыр ине, әгәр ҙә Ирбит музейы һаҡлаусыларының ғилми тикшеренеүҙәре булмаһа. 2012 йылда уҙғарылған реставрация эштәренән һәм фламанд һынлы сәнғәте белгесе, Дәүләт Эрмитажының өлкән ғилми хеҙмәткәре Наталья Грицай, рәсемде ҡарағандан һуң ул картина төп нөсхә тип раҫланды.

Башҡортостандың баш ҡалаһына һүрәт Урал тамашаһын Рубенстың ысын рәсеме менән киң таныштырыу маҡсатында килтерелгән. Күренекле рәсемде өфөлөләргә тантаналы күрһәтеү сараһында сәнғәт белгесе Ирина Оськина ҡатнашты, ул һүрәтте Өфөгө килтереү инициаторы булып тора.

— Был картинаны бөтә Өфө генә түгел, ә республика ла ҡарарға тейеш. Бында килгән һәр кеше ысын уникаль эштән сыҡҡан энергия нурҙары менән һуғарылыр тип ышанам. Бәлки шунда һәр кем беҙҙе, ҡиммәттәр бар һәм уларҙы һаҡларға, тергеҙергә һәм киләһе быуынға тапшырырға кәрәклеген, аңлаясаҡ. Ул Рәсәйҙең мәҙәниәт мираҫы, — тип билдәләне Ирина Оськина.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраков сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтте һәм уны сағыу ваҡиға тип атаны.

Мария Магдалина төшөрөлгән рәсемде Өфөгә, шедеврҙың төп нөсхәһен раҫлаусы, Ирбит музейы генераль директоры Валерий Карпов оҙатып килтергән. Оҫта үҙенең эҙләнеүҙәре тураһында һөйләне.

— Реставрация ваҡытында Марияның күҙ эргәһе таҙартылды һәм мин картинаның төп нөсхәһе тураһында фараз итеүҙәремә раҫлау таптым. Күҙҙе бер кем дә, быны Рубенс эшләгән кеүек, төшөрмәй. Йыш ҡына рәссам эскиз һыҙмаһын картинала эшләгән, һуңынан һүрәтте уҡыусылары яҙған, ә оҫта рәсемде тамамлаған.

Был күргәҙмә Өфөлә ай самаһы буласаҡ. Артабан картинаны Пермь халҡы күрәсәк. Майҙа рәсем Ирбитҡа ҡайтасаҡ. «Кающаяся Мария Магдалина с сестрой Марфой» картинаның төп нөсхәһе музейҙың терракота залында урын табасаҡ.

Шедеврҙың Өфө художество галереяһындағы күргәҙмәһе көн һайын 11 сәғәттән алып 19 сәғәткә тиклем, тәнәфесһеҙ һәм ялһыҙ, шәмбе һәм йәкшәмбелә 11 сәғәттән алып 18-гә тиклем асыҡ буласаҡ.

темалар: күргәҙмәләр