5 декабрь, Дүшәмбе

27 февраль 2014 йыл, 10:50

Эре һәм уртаса предприятиеларҙың килемдәре һәм юғалтыуҙары 2013 йылда 45,6 процентҡа үҫкән

автор: Эльвира Латипова

Республиканың эре һәм уртаса предприятиелары 2013 йылда хәҙерге хаҡтар менән 149,7 миллиард һум килем (сальдоланған финанс һөҙөмтәһе) алған, ул 2012 йыл һөҙөмтәләре менән сағыштырғанда 45,6 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Был статистика күрһәткесендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ, бюджет ойошмалары, банктар, страховкалау һәм башҡа финанс-кредит учреждениелары субъекттарының эш һөҙөмтәһе иҫәпкә алынмай.

Сальдоланған килем суммаһы буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында Татарстандан (223,9 миллиард һум), Пермь крайынан (179,6 ) һәм Һамар өлкәһенән (169) ҡалыша.

Республиканың 93,8 процент эре һәм уртаса предприятиелары 162,6 миллиард һум күләмендә килем алған. 16,2 проценты йылды 12,9 миллиард һум суммалыҡ юғалтыу менән тамамлаған.

Уртаҡ һөҙөмтәгә иң ҙур өлөштө эшкәртеү производстволары (107,6 миллиард һум), транспорт һәм элемтә өлкәһендә эшләүсе (20,5 миллиард һум) һәм  электр энергияһы етештереү һәм таратыу, газ һәм һыу өлкәһе (7,2  миллиард һум) предприятиелары индергән.

Башҡортостан Волга буйы федераль округында иң түбән килемһеҙ предприятиелар өлөшөнә эйә.