6 декабрь, Шишәмбе

27 февраль 2014 йыл, 9:49

Төбәктә етемдәргә фатирҙарҙы республика бюджеты иҫәбенә ремонтлаясаҡтар

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Етемдәр һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар республика бюджеты иҫәбенә фатирҙы бер тапҡыр косметик ремонтлауға хоҡуҡ аласаҡ. Тейешле закон проекты шаршамбы БР Хөкүмәте ултырышында ҡаралды.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, етемдәрҙең үҙ милкендә булған кеүек, социаль файҙаланып торорға алынған фатирҙар ҙа ремонтланасаҡ. Бер фатирҙы (йортто) ремонтлау 50 мең һумға тиклем ҡарала.

— Республиканың Мәғаирф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге ваҡытта етемдәрҙең үҙ милке булған 356 фатирға (йортҡа) ремонт талап ителә, — тине Лилиә Ғүмәрова. — Уны эшләүгә 17,8  миллион һум кәрәк. Күҙаллауыбыҙса, республика бюджетының сығымдары 2014 йылда 8,9 миллион һум, 2015-тә – 5,1 миллион һум, 2016-ла 3,7 миллион һум тәшкил итәсәк. Иҫәпләүҙәр урындағы үҙидара органдары заявкаларын иҫәпкә алыу менән эшләнгән.

Ремонт ғариза яҙыу характерын йөрөтәсәк һәм «етемдәргә 18 йәш тулғандан һуң, дәүләт белем биреү ойошмаларын тамамлағандан һуң, социаль учреждениеларҙа торғандан һуң, Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт иткәс һәм төҙәтеү учреждениеларында булыу срогы тамамланғас бер тапҡыр эшләнәсәк», тип хәбәр итте вице-премьер.

Бөгөнгә Башҡортостанда 16 189 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала иҫәпләнә.

Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, ремонт үткәреүгә яуаплылыҡ муниципалитеттарға йөкмәтелә. Подрядсыларҙы һайлау конкурс нигеҙендә башҡарыласаҡ.

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов бүленгән средстволарҙы маҡсатлы файҙаланыу өҫтөндә ҡаты контроль тотоу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул шулай уҡ закон проекты авторҙарына торлаҡ ремонтлауға средстволарҙы туранан-тура фатир хужаларына бүлеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.