Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда социаль мохтажлыҡҡа сығымдар ҡыҫҡартылмаясаҡ

Сәйәсәт

2013 йылда Башҡортостандың консолидацияланған бюджетының дөйөм сығым күләменән социаль мохтажлыҡҡа сығымдар 73 процент тәшкил итте. Хәтһеҙ ҙур бюджет дефицитина ҡарамаҫтан, социаль мохтажлыҡҡа сығымдар ҡыҫҡартылмаясаҡ, тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов шаршамбы республика Хөкүмәте ултырышында.

— Эш хаҡтарын арттырырға кәрәклеген, балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар төҙөү кәрәклеген аңлайбыҙ. Әммә беҙгә, һис шикһеҙ, табыш базаһын үҫтереү өҫтөндә эшләргә һәм табыш һәм сығым араһында дисбалансты бөтөрөргә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бөтәбеҙ ҙә ҡаҙнала табыш артһын, беҙҙең сығымдар менән пропорциональ артһын өсөн эшләргә тейешбеҙ. Сөнки бындай тигеҙһеҙлек бюджеттың дефицитина килтереүе ихтимал, уны беҙ хәл итә алмаясаҡбыҙ. Беҙ һәр йыл һайын уны төрлө механизмдар һәм алымдар менән бөтөрәбеҙ. Әммә әгәр артабан да ошондай темптар менән барһаҡ табыш һәм сығым араһында «ҡайсы» үҫәсәк, ә беҙҙә проблемалар килеп тыуасаҡ.

БР Финанстар министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, республиканың консолидацияланған бюджет табышы 154 миллиард һум күләмендә тәшкил итә, сығым – 171,5 миллиард. Шулай итеп, дефицит 17,5 миллиард һум тәшкил итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть