Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Салауатта республика хеҙмәткәрҙәренең ҡышҡы спартакиада финалы үтәсәк

Спорт

28 февралдән 2 мартҡа тиклем Салауатта Башҡортостан Республикаһы эшселәренең ҡышҡы спартакиада финалы уҙасаҡ. Уға тиклем хеҙмәт коллективтарында күмәк ярыштар, шулай уҡ тармаҡ профсоюз ойошмаларының ҡала һәм республика спартакиадалары уҙғарылған.

Әлеге ваҡытта спорт ярыштарын күпселек тармаҡ профсоюз ойошмалары үткәргән. Уларҙа өс меңдән ашыу күмәк спорт һөйөүсе ҡатнашҡан.

Финалда алданғы этап йомғаҡтары буйынса иң яҡшы һөҙөмтә  күрһәткәндәр осрашасаҡ. Дөйөм команда урыны өс төркөм буйынса – ҡала округтары араһында, муниципаль райондың административ үҙәктәре менән ҡалалар араһында, республика тармаҡ профсоюз ойошмалары арыһында билдәләнә.

Эшселәр үҙҙәренең һәләттәрен саңғы ярышында, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың саңғы эстафетаһында, ҡышҡы мини футболында, ғаилә старттарында һәм дартста күрһәтәсәк. БР Профсоюздар федерацияһында билдәләүҙәренсә, 500-гә тиклем кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть