9 декабрь, Йома

26 февраль 2014 йыл, 17:16

Башҡортостанда Мәҙәниәт йылын киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан ителде

автор: Гөлфиә Акулова

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Мәҙәниәт министрлығы һәм республиканың Журналистар союзы менән берлектә Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында Мәҙәниәт йылын киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс иғлан итә.

Конкурсҡа киң мәғлүмәт сараларында 2014 йылдың 1 ғинуарынан алып 1 ноябренә тиклем осорҙа баҫылған материалдар ҡабул ителә. Материалдарҙың иҫәбе сикләнмәгән. Улар ағымдағы йылдың 10 ноябренә тиклем ҡабул ителәсәк.

Конкурс еңеүселәре республика киң мәғлүмәт саралары баҫмалары, ҡала, берләштерелгән һәм район матбуғат баҫмалары һәм электрон киң мәғлүмәт саралары (интернет баҫма, телевидение, радио) араһында билдәләнәсәк.

Тулыраҡ – БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы сайтында.