3 декабрь, Шәмбе

26 февраль 2014 йыл, 17:02

Туймазы индустриаль техникумында батырлыҡ дәрестәре уҙҙы

автор: Әлим Фәйезов

Оборона-спорт эштәре айлығы сиктәрендә Туймазы районының профессиональ белем биреү учреждениеларында социаль-ватансылыҡ акциялары, конкурстар, спорт ярыштары һәм эстафеталар уҙҙы.

Техникум студенттарының лайыҡлы эшләнгән эштәре, беҙҙең дәүерҙә лә батырлыҡҡа урын барлығын раҫлай. 2013 йылдың йәйендә Серафимовка ауылы быуаһында беренсе курс студенты Виталий Черепанов батып барған баланы ҡотҡара. Ә унан бер йыл алданыраҡ Евгений Морозов, хәҙер инде техникумды тамамлаған, осраҡлы рәүештә юл транспорт хәл-ваҡиғаһы урынында була. Ҡыйыу егет ваҡиға урына ашығыс ярҙам бригадаһын саҡыра һәм зыян күреүсегә тәүге медицина ярҙамы күрһәтә.

Был осраҡтарҙың һәр ҡайһыһы батырлыҡты, сыҙамлыҡты, тотанаҡлыҡты һәм һалҡын ҡанлылыҡты талап итә. Әммә үҫмер туймазылар киҫкен хәлдә аңлап һәм дөрөҫ саралар күреү өсөн үҙҙәрендә етерлек көс һәм батырлыҡ таба. Бындай кешеләр хәҙерге заман йәштәре өсөн яҡшы өлгө булып тора, тип билдәләнеләр Туймазы районы хакимиәтендә.