Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Баш ҡалала журналистар һәм эксперттар производствола хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләрен тикшерҙе

Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығында БР Эшлекле һәм иҡтисади журналистика ассоциацияһының, сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтте һаҡлауға арналған, быйыл тәүге осрашыуы үтте.

Журналистарҙан тыш, түңәрәк өҫтәл форматында ойошторолған, фекер алышыуҙа Башҡортостандың хеҙмәт һаҡлау, производствола экология һәм хәүефһеҙлек тармаҡ-ара институты, БР-ҙа Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы, Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтеүенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ республиканың эре сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты.

Эшлекле һәм иҡтисади журналистика ассоциацияһы етәксеһе, «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире Эльза Хорева билдәләүенсә, «ассоциация темаға максималь сумып эшләйәсәк». Йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшыларҙың яҡшыларына алдынғы федераль баҫмаларҙа стажировка үтеү мөмкинлеге биреләсәк.

Фекер алышыу өсөн сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм производствола хеҙмәт һағы темаһы тиккә генә һайланмаған.

— Производство йәрәхәте тураһында һөйләгәндә, беҙ, журналистар, һирәк түгел һәләк булған һәр хеҙмәткәрҙең артында ғаиләһе, кеше яҙмыштары тороуон онотабыҙ, — тип билдәләне «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директорының телевидение буйынса урынбаҫары Азамат Әлмөхәмәтов.

Бөгөнгө көнгә производство хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәт һағы мәсьәләһе элеккесә һәр предприятиела тиерлек иң көнүҙәк иҫәбендә ҡала.

Эксперттарҙың фекеренсә, дәүләттең производство хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәт һағы өлкәһендә яйға һалынған сәйәсәте, хәүеф-хәтәрҙең объектив баһаһы, яңы технологиялар индереү һәм, әлбиттә, был проблемаға сәнәғәт предприятиелары етәкселәре яғынан көсәйтелгән иғтибар ғына был хәлде үҙгәртә ала.

Кәңәшмәлә Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Владимир Гребенников хәбәр итеүенсә, производство йәрәхәтенең кимәле республикала һәр йыл һайын кәмей.

Ведомство башлығы фекеренсә, быға «республика власть органдарының, йәмәғәт ойошмаларының һәм хеҙмәткәрҙәрҙең комплекслы, әүҙем эше» һөҙөмтәһендә өлгәшеп булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть