Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала отличниктар өсөн миҙал булдырыласаҡ

Сәйәсәт

Башҡортостанда яҡын ваҡыт арауығында уҡыуҙа айырыуса ҡаҙаныштары өсөн миҙал булдырыласаҡ. Бының өсөн бөтә кәрәкле документтарҙы әҙерләргә һәм уҡыу йылы аҙағына тиклем миҙал эшләүҙе тәьмин итергә республика Президенты Рөстәм Хәмитов БР Мәғариф министрлығына шаршамбы Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында йөкмәтте.

— Мәктәпте тамамлаусыларҙы алтын һәм көмөш миҙалдар менән наградлау тураһында положение федераль кимәлдә туҡтатылды. Беҙҙең республикала уны йыл һайын 2,5 меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы ала ине. Әммә мин, был традицияны дауам итергә кәрәк, тип иҫәпләйем, — тине Рөстәм Хәмитов. — Яҡшы уҡығандарҙы дәртләндереү зарур. Әхлаҡи яҡтан булһа ла. Һәм мин Мәғариф министрлығынан был мәсьәләне эшкәртеүҙәрен һәм уҡыу йылы аҙағына тиклем ни бары өс ай ҡалғанын иҫәпкә алып, тәҡдимдәрҙе тиҙ ваҡытта индереүҙәрен һәм был еңел булмаған мәсьәләне хәл итеүҙәрен һорайым. Уҡыуҙа айырыуса уңаштары өсөн миҙалды булдырырға һәм уҡыу йылы аҙағына тиклем бөтә документтарҙы эшкәртергә, бөтә процесты рәсмиләштерергә һәм миҙал эшләргә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть