3 декабрь, Шәмбе

26 февраль 2014 йыл, 12:40

«Башинформ» агентлығы 2013 йыл йомғаҡтары буйынса Республика киң мәғлүмәт саралары медиа-рейтингында лидер

автор: Розалия Вәлиева

«Медиалогия» компанияһы 2013 йылға Башҡортостан медиа ресурстары рейтингын баҫтырып сығарған.

Лидерҙарҙа – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы (813,75 цитата килтереү индексы менән), Башҡортостан юлдаш телевидениеһы (147,06) һәм Proufu.ru интернет-ресурсы (132,36).

Иң цитата килтереү егермелегенә шулай уҡ Ufa1 һәм Башҡортостан ДТРК ингән.

Рейтинг «Медиалогия» системаһының киң мәғлүмәт саралары базаһы нигеҙендә ҡоролған, ул үҙ эсенә 16 мең 400 самаһы сығанаҡты: телевидение, радио, гәзит, журналдар, мәғлүмәти агентлыҡтар, интернет киң мәғлүмәт сараларын ала. Тикшеренеү 2013 йылдың 1 ғинуарынан алып 31 декабренә тиклем уҙғарылған.

Рейтинг цитата килтереү индексы – медиа күрһәткестәр (башҡа киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәт сығанағына һылтанмалар иҫәбен һәм һылтанманы баҫтырған сығанаҡ абруйлығын иҫәпкә алыу) нигеҙендә төҙөлгән.

Индекс асыҡ сығанаҡтарҙың текстарын математик-линвгистик анализлау базаһында иҫәпләнә; сайтҡа инеү күрһәткестәре, тираж һәм аудиториялар иҫәпкә алынмай.