10 декабрь, Шәмбе

26 февраль 2014 йыл, 11:51

Башҡортостан Президенты спорт үҫеше мәсьәләһе буйынса семинар-кәңәшмә үткәрҙе

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

25 февралдә Октябрьский ҡалаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Физик культура һәм күмәк спорт үҫеше» темаһына муниципаль район һәм ҡала округы хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында семинар-кәңәшмәнең пленар өлөшөн үткәрҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Семинарҙа ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, республика башлығы, семинарҙың актуаллеге иң тәүҙә Олимпиада тамамланғандан һуң шунда уҡ үткәрелеүе менән бәйле, тип билдәләне. Рөстәм Хәмитов Башҡортостан спортсыларының, шорт-трексылар Семен Елистратов һәм Руслан Захаровтың, ҡаҙаныштарын юғары баһаланы.

— Улар хәҙер киләһе чемпионатҡа юлланды һәм республикаға марттың аҙағында ғына ҡайтасаҡ. Уларҙы ҡаршы аласаҡбыҙ, ҡотлаясаҡбыҙ һәм беҙ үҙ-ара республикала шорт-трек үҫтереүҙә ярҙам итеүебеҙ тураһында килештек. Беҙҙә компетенция, кешеләр, чемпиондар, белгестәр, күнегеү өсөн боҙ, яһалма боҙ бар, — тине Рөстәм Хәмитов.

Бынан тыш, Президент, ике көмөш миҙал яулаусы, республикабыҙҙа тыуған Ольга Вилухинаның уңыштарын билдәләне.

— Мин уға һәм, эстафетаны еңеүсе, егеттәргә шылтыраттым, улар бөтәһе лә шат, хис-тойғоға бай. Тренер Андрей Иванович Максимов был спорт төрөн бында уңышлы үҫтереүҙе теләй. Шулай буласаҡ та. Ольга Вилухина, мин уны ҡотлағанда, бик шат ине һәм бөтә республика халҡына ҙур сәләмен ебәрҙе. Беҙ уны оҙаҡламай күрербеҙ тип ышанам, әммә ул хәҙер Новосибирск өсөн сығыш яһай. Беҙҙең ҡыҙ, республикала тыуған, үҫкән, үҙебеҙҙә спортсы булып киткән, инде биш йыл беҙҙең дуҫ Новосибирск өлкәһе өсөн сығыш яһай, миҙалдар ҡоя, — тип билдәләне Президент. Ул шулай уҡ Рәсәй командаһы составында Сочиҙа Олимпиадала сығыш яһаусы Башҡортостандың башҡа вәкилдәрен дә иҫкә алып үтте.

Республика башлығы фекеренсә, «егеттәребеҙҙең уңышлы сығыш яһауы – спортсыларҙың, тренерҙарҙың күп йылдар эшләү һөҙөмтәһе. Беҙҙә перспективалы спортсыларҙы һайлау һәм әҙерләү буйынса системалы тренер-методик эше яҡшы ҡуйылған, былар барыһы ла яҡшы. Беҙ Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары менән сағыштырмаса ҙур күрһәткестәргә эйә. Беҙ был һөҙөмтәләр менән, Олимпиадаға тәҡдим ителгән, иң яҡшы төбәктәр унлығына инәбеҙ».

Республикала спорт үҫеше буйынса алдағы бурыстар тураһында һөйләгәндә, Рөстәм Хәмитов, «ресурстарҙы оптималь тотоноу иҫәбенә генә алға китеште ойоштороп була. Бөгөн беҙ төҙөгән нәмәләр – бик ҡиммәт, проектлаусыларҙың, төҙөүселәрҙең, подрядсыларҙың теҙгенендә барабыҙ, үҙебеҙ спорт ҡоролмалары төҙөлөшө хаҡының процесын минималь рәүештә көйләйбеҙ. Бындай объекттар беҙгә бик күп кәрәк. Һәр район үҙәгендә, ә бәлки һәр ҙур ауылда спорт залы булыу зарур, ә төҙөүселәр тәҡдим иткән аҡсаларға, беҙ был эште башҡара алмайбыҙ», тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

«Республикабыҙҙа 100-ҙән ашыу спорт төрө, инвалидтар өсөн 20-нән күберәк спорт төрө үҫешә. Спорт ҡоролмалары иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләйбеҙ, улар беҙҙә 11 мең. Беҙ Волга буйы федераль округының иң ҙур субъекты, халыҡ иҫәбе беҙҙә иң күбе, шуға күрә спорт ҡоролмалары ла күп булырға тейеш», тип билдәләне Президент.

— Власть органдарының маҡсаты – кешеләр спорт, физик культура менән шөғөлләнһен өсөн бөтә шарттар булдырыу. Был йәмғиәтебеҙ тормошонда иң мөһим өлөш, ул бер яҡтан, кешене дисциплинаға өйрәтә, икенсе яҡтан, һаулыҡ, буш ваҡытты дөрөҫ эшкә арнау өсөн мөмкинлек бирә. Һеҙ, хөрмәтле район, ҡала башлыҡтары, һис шикһеҙ, алғы флангта, бөтә был ваҡиғаларҙың осонда, һәм һеҙҙән, тәү сиратта, спорттың нисек ойошторолоуы, райондарҙа һәм ҡалаларҙа физик культура үҫеше нисек тормошҡа ашырылыуы торасаҡ, — тине республика башлығы.

Октябрьскийҙа семинар-кәңәшмәлә Рөстәм Хәмитовтың сығышының стенограммаһы менән БР Президентының рәсми сайтында танышырға була.