4 декабрь, Йәкшәмбе

26 февраль 2014 йыл, 9:46

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьскийҙа булды

автор: "Башинформ" | фото: Олег Яровиков

25 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Октябрьский ҡалаһында булды. Республика етәксеһе перинаталь үҙәк төҙөү барышы менән танышты һәм бер нисә спорт объектын тикшерҙе, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рөстәм Хәмитов, уҡыусылар араһында спорт ориентирлауы буйынса республика беренселеге уҙған, «Спартак» спорт-сәләмәтләндереү комплексын ҡараны. Спорт үҙәгендә теннис корты һәм өс километр оҙонлоҡта саңғы-роллер трассаһы урынлашҡан. Ул 2013 йылда төҙөлгән. Икенсе сират ике ҡатлы корпус, тамашасылар трибунаһы, биатлон өсөн атыу урыны төҙөүҙе күҙаллай. Саңғы-роллер трассаһы стадионында волейбол майҙансығы, урам баскетболы өсөн майҙансыҡ ҡороу, гимнастик снарядтар урынлаштырыу планлаштырыла.

Һуңынан Рөстәм Хәмитов перинаталь үҙәк менән бала табыу йорто төҙөлөшөн тикшерҙе. 80 койкалыҡ медицина учреждениеһы Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә 2012 йылдан алып төҙөлө. Стационарҙы проектлауҙа табиптар үҙҙәре ҡатнашҡан. Бина проектын планлаштырыу ҡарары йөклөлөк патологияһы бүлексәһен, ике койкалыҡ әсә һәм баланың бергә ятыу палаталарын, бокслы залды күҙ уңында тота.

Ҡорамалдар менән объекттың хаҡы 800 миллион һум тәшкил итә, уның 331 миллионы үҙләштерелгән. Хәҙер бинала биҙәкләү эштәре бара. Перинаталь үҙәк Октябрьскийҙан тыш,  Шаран, Туймазы, Йәрмәкәй, Баҡалы һәм Бишбүләк райондары халҡын да хеҙмәтләндерәсәк.

— Объект әҙерлеге юғары кимәлдә тора, ошо йылдың аҙағына уны файҙаланыуға тапшырырға тырышырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Һуңғы йылдарҙа ҡалала ыңғай демографик баланс өлгәшелгән: тыуым үлемде уҙған. Халыҡ артымы Октябрьскийҙа өс йыл дауамында теркәлә.

Спорт һарайында Рөстәм Хәмитов физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн күнекмә залын, йөҙә торған бассейнды ҡараны, шулай уҡ ҙур спорт залында 1994-96 йылдарҙа тыуған үҫмерҙәр араһында билбау көрәше буйынса Башҡортостан чемпионаты ҡатнашыусыларын сәләмләне. Беренселеккә Өфөнән, Ағиҙелдән, Күмертауҙан, Туймазы, Тәтешле, Дүртөйлө, Ҡырмыҫҡалы районындарынан 120 спортсы килгәйне.

темалар: бр президенты