Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

22 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Күмертауҙан «Контраст» бейеү ансамбле Сочиҙа Олимпиаданың мәҙәни программаһында ҡатнашҡаны өсөн наградланды

Йәмғиәт

Күмертауҙан «Контраст» халыҡ бейеү ансамбле, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең ижади коллективтары араһында асыҡ конкурстың етди һайлап алыу турын үтеп, Сочиҙа 2014 йылда XXII ҡышҡы Олимпия уйындарының мәҙәни программаһында ҡатнашты.

Улар 15 февралдән алып 20-нә тиклем Олимпиаданың төп дүрт майҙансыҡтары: «Лазарев», «Адлер», «Диңгеҙ порты» һәм «Дагомыс»та сығыш яһаны.

Башҡортостандың ансамбле репертуарында – тамашасыларҙың һөйөүен яулаған бейеүҙәр: «Гөлнәзирә» һәм «Ҡурай моңо», «Ҡала сюитаһы», «Уйын» чечен бейеүе, шулай уҡ «Казак ҡасаҡтары», «Карусель», «Урыҫ үреүҙәре», «Виртуоздар» һәм «Себер биҙәктәре».

Концерттарҙан буш ваҡытта йәш артистар Олимпия паркын ҡараған, Ҡыҙыл аҡланда булған, унда улар күп яҡшы тәьҫораттар алған һәм XXII Олимпия уйындары тарихы һәм ҡатнашыусылары менән яҡынданыраҡ танышҡан.

Сығыштар йомғағында «Контраст» халыҡ бейеү ансамбле мәҙәни программала ҡатнашҡаны өсөн, «Сочи 2014» Ойоштороу комитеты» автономиялы коммерцияһы булмаған ойошма Президенты ҡул ҡуйған, диплом менән наградланы.

Теги: сочи-2014
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть