6 декабрь, Шишәмбе

25 февраль 2014 йыл, 17:36

Башҡортостандың тағы ла 58 ҡатыны «Әсәлек даны» миҙалын алды

автор: Гөлфиә Акулова | фото: Олег Яровиков

Республика Хөкүмәтендә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләүҙең 109-сы тантанаһы уҙҙы. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, республиканың төрлө райондарынан йыйылған, әсәләргә республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Вице-премьер сираттағы тантананы ҡышҡы Олимпиаданы ябыу сиктәрендә символиклы тип билдәләне.

— Спортсыларыбыҙ ҙур еңеү менән ҡайтты, минең уйлауымса, һеҙҙең һәр берегеҙ еңеүсе, сөнки биш бала — ул олимпия ҡаҙаныштары тиерлек, ә һеҙҙең арала ҡайһы бер ҡатындар хатта тағы ла ғаиләләренең артыуын көтә.

Лилиә Ғүмәрова наградаларҙы һәм аҡсалата премияларҙы 58 ҡатынға тапшырҙы. Хөрмәтле әсәләр араһында хужабикәләр, ашнаҡсылар, уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм балалар баҡсалары тәрбиәселәре бар.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, иң төп проблема – ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү – артабан да хәл ителәсәк.

— Әгәр йәшәргә урын булһа, айырыуса ауыл ерендә, ҡалған мәсьәләләрҙе хәл итеп була. Республикабыҙҙа күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса бик яҡшы программа эшләп килә. Ул ғәмәлгә ашырылған йылдарҙа 170 ғаилә сертификаттар алды, уларҙың уртаса суммаһы 2 миллион 600 мең һум тәшкил итә. Тағы ла меңдән ашыу ғаилә үҙ сиратын көтә, — тип билдәләне вице-премьер.

— Беҙҙең стратегик программаларҙың күбеһе ғаиләләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, әммә шул уҡ ваҡытта, бөтә балалар бәхетле, һау-сәләмәт үҫһен, улар сифатлы белем алһын өсөн, дәүләткә тағы ла әллә күпме нәмәләр эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ, — тип өҫтәне Лилиә Ғүмәрова.

Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары әсәләргә мөрәжәғәт итеп, үҙҙәренең иғтибарын райондарҙа булған уңышһыҙ ғаиләләргә йүнәлтеүҙәрен һораны.

— Бындай ғаиләләргә, нисек бала тәрбиәләргә кәрәк, ҡатмарлы хәлдәрҙе нисек еңеп сығыу, өлгөһөн күрһәтергә кәрәк.