4 декабрь, Йәкшәмбе

25 февраль 2014 йыл, 17:10

Өфө бюджетына муниципаль мөлкәтте приватизациялауҙан 2013 йылда 1,3 миллиард һум ингән

автор: Эльвира Латипова

Өфө бюджетына муниципаль мөлкәтте приватизациялауҙан 2013 йылда 1 342 миллион һум ингән. Был хаҡта ҡала хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә Муниципаль милек идаралығы начальнигы урынбаҫары Тамара Пушкарева хәбәр итте. Күрһәтелгән суммаға алдан төҙөлгән һатып алыу-һатыу килешеүҙәре буйынса түләүҙәр ингән, тип аңлаттылар мэрияның матбуғат хеҙмәтендә.

Йыл дауамында 222 объектты һатыуҙан 1 877, 7 миллион һум килем кергән. Бер квадрат метрҙың уртаса хаҡы 38,5 мең һум тәшкил итте.

2009-2013 йылдарҙа Өфөлә 6,6 миллиард һумға дөйөм 187 мең квадрат метр майҙанлы кеше йәшәмәй торған муниципаль фондттан 846 объект приватизацияланған. Был биш йыл эсендә ҡала бюджетына 3,8 миллиард һумдан ашыу күсерелгән.