Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә халыҡ-ара «Ҡурай-симпозиум»ы ойошторорға планлаштыралар

Мәҙәниәт

Алдан «Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, республиканың Милли халыҡ ҡоралдары оркестрының художество етәксеһе Рәмил Ғәйзуллин Истанбулда «International Kaval Symposium» халыҡ-ара симпозиумда ҡатнашты. Милли тынлы музыка ҡоралдарының заманса хәле һәм уның үҫешенә арналған, форумда донъяның төрлө илдәренән: Рәсәйҙән, АҠШ-нан, Болгариянан, Әзербайжандан, Үзбәкстандан, Балҡан ярымутрауы илдәренән һәм Төркиәнән башҡарыусылар, музыка белгестәре һәм фольклорсылар ҡатнашты. Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин форумда башҡорт халҡының тынлы ҡоралдары тураһында доклад менән сығыш яһаны һәм милли ҡоралды эшләү буйынса оҫталыҡ-класы үткәрҙе. Музыкант Башҡортостандан ҡурай үләненең кибеп ҡороған һабағын, көпшәһен алып бара һәм тамашасылар алдында музыка ҡоралын эшләп шунда уҡ башҡорт көйҙәрен уйнап ишеттерә. Оҫталыҡ-класы барышында төрөк һәм башҡорт милли ҡоралдарының импровизацияланған дуэты килеп сыға. Төрөк кавалы тембр буйынса башҡорт ҡурайы моңо менән яҡшы тура килә – быны бөтә ҡатнашыусылар ҙа билдәләне.

Башҡорт ҡурайы менән халыҡ-ара музыка һәм ғилми йәмғиәтен ентекле таныштырыуҙы, Рәмил Ғәйзуллин был сарала ҡатнашыуҙа үҙенең ҡаҙаныштарының береһе тип иҫәпләй. Артистың пландарында быға оҡшаш сараны, халыҡ-ара «Ҡурай-симпозиум»ы кеүекте, Башҡортостанда ла ойоштороу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть