10 декабрь, Шәмбе

25 февраль 2014 йыл, 15:40

«БОСС-2014» олимпия прогноздары конкурсы еңеүселәре: Ефименко, Хәбирова, Ғәлиев

автор: Дмитрий Слезин

«Башинформ» агентлығы «БОСС-2014» (Башҡортостан Олимпия Спорт Ғаиләһе) спорт һөйөүселәр өсөн прогноздар экспресс-конкурсына йомғаҡтар яһаны. Конкурс, үткән йәкшәмбелә Сочиҙа тамамланған, ҡышҡы Олимпия уйындары-2014-кә арналғайны.

Конкурста был уйындарҙа Башҡортостан спортсылары нисә миҙал яулаясаҡ һәм ниндәй дәрәжәлә икәнлеген белергә кәрәк ине.

14 Башҡортостан олимпсыһынан тик икәүһе генә миҙаллы булды. Уар, 5000 метрға команда ярышында эстафетала «алтын»ын яулаусы, Өфөнөң шорт-трексылары Руслан Захаров һәм Семен Елистратов.

Прогноздарҙа иң уңышлылары ла өфөлөләр булып сыҡты. Ул журналист Анна Ефименко, тағы ла бер ҡыҙ – Алина Хәбирова һәм көслө яртының берҙән-бер вәкиле – Дамир Ғәлиев.

Улар бөтәһе лә Елистратов һәм Захаровтың «алтын» алыуҙарын һиҙемләгән.

Еңеүселәрҙе – Анна Ефименконы, Алина Хәбированы һәм Дамир Ғәлиевты – иҫтәлекле олимпия бүләктәре көтә. Улар бүләктәрҙе үҙҙәренә уңайлы ваҡытта, алдан 250-06-30 телефоны буйынса шылтыратып, ала аласаҡ.

темалар: сочи-2014