11 декабрь, Йәкшәмбе

25 февраль 2014 йыл, 14:43

Өфөлә Волга буйы һәм Урал федераль округтарында хеҙмәт шарттарын махсус баһалау алымын тикшерәсәктәр

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә Волга буйы һәм Урал федераль округтарында хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙы индереү мәсьәләләрен тикшерәсәктәр. Хеҙмәтте һаҡлау буйынса белгестәрҙең семинар-кәңәшмәһе 20 мартта үтәсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Алдан хәбәр ителеүенсә, ошо йылдың 1 ғинуарынан алып федераль кимәлдә эш урындарын аттестациялауҙан хеҙмәт шарттарын махсус баһалауға күсеү ҡануни ҡаралған. Яңы законға ярашлы, Рәсәйҙә эш урындары дүрт категорияға бүленәсәк: «оптималь класс», «мөмкин булған класс», «зарарлы класс» һәм «хәүефле класс».

— Өфөлә кәңәшмәлә ойоштороу механизмдарын һәм хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙы үткәреү процедураларын, бындай баһалауҙы индереү буйынса ил субъекттарының башҡарма власть органдары бурыстарын тикшерергә планлаштыралар. Бында шулай уҡ, предприятиеларҙа хеҙмәт шарттарын баһалауҙы башҡарған, ойошмаларға талаптарҙы, шулай уҡ был өлкәлә ҡануниәт үтәлеше мәсьәләләрен тикшерәсәктәр, — тип хәбәр итте БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко.

Бынан тыш, эш биреүселәр һәм профсоюз, хеҙмәтте һаҡлау өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеүсе, ойошмалар вәкилдәре менән түңәрәк өҫтәл үткәреү планлаштырылған.

Өфөлә ике федераль округтың семинар-кәңәшмәһендә Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Сергей Вельмяйкин, Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт, Илде социаль страховкалау фонды вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында алырға була.