8 декабрь, Кесе йома

25 февраль 2014 йыл, 13:10

Башҡортостандың экология министры Илдар Һаҙыев үҙен ташсы ролендә һынаясаҡ

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 27 февралдә «Түрә һөнәрен алмаштыра» акцияһының сираттағы этабын уҙғара. Быныһында ташсының махсус кейемен республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев кейеп ҡараясаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ республиканың Хеҙмәт министрлығының «Түрә һөнәрен алмаштыра» проекты 2013 йылдың мартында старт алған. Уның төп маҡсаты – эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу.

Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, йәмәғәткә, тәү сиратта йәштәргә, бер кем дә шунда уҡ министр, депутат йәки тағы ла юғарыраҡ кимәл етәксеһе булып китмәүен күрһәтеү мөһим. Бөгөн, күпселек власть органдарының идара итеүсе вәкилдәре үҙ хеҙмәт юлын нәҡ эшсе һөнәрҙәренән башлаған.

Былтыр эшсе костюмын республиканың бер нисә министры кейеп ҡараны. Шулай итеп, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев икмәк бешереү заводында үҙен икмәк һалыусы сифатында татыны. Төбәктең аграр ведомствоһы башлығы Николай Коваленко ваҡытлыса һауынсы булды. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова бер аҙға штукатур-малярға әйләнде. Спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Андрей Иванюта токарь һөнәрен самалап ҡараны.

2014 йылды «Түрә һөнәрен алмаштыра» проектында тәүгеләрҙән булып Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин ҡатнашты, уның ваҡытлыса эш урыны «Ағиҙел ағас эшкәртеү комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте булды.

Үткән аҙнала Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов Өфө нефть эшкәртеү заводы операторы булды. Тап ошо предприятиела ул ҡасандыр үҙенең хеҙмәт юлын башлай.