Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Елистратов, Захаров һәм Вилухина Дуҫлыҡ орденын алдылар

Спорт

Сочиҙа Рәсәй Президенты XXII ҡышҡы Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары менән осрашты.

Олимпия спортсыларын бүләкләү тантанаһында сығыш яһап, Владимир Путин билдәләп китте:

— Һеҙ ғәҙел һәм ныҡышмалы көрәштә яулап алған миҙалдар, һәр беребеҙ өсөн айырыуса ҡиммәткә эйә булыуына ышанам. Улар Сочиҙа үҙебеҙҙең Олимпиадала яуланған. Теләгән маҡсатыбыҙға ирештек. Беҙ һеҙҙең һәләтегеҙ һәм тырышлығығыҙ һөҙөмтәһендә, халҡыбыҙ араһында һөйләүҙәренсә, үҙебеҙҙең урамда ла байрам эшләнек. Һеҙгә ҙур рәхмәт, — тине РФ Президенты.

Наградланыусылар араһында Өфөнөң шорт-трек мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Руслан Захаров һәм Семен Елистратов та булды. Спортсыларыбыҙҙы дәүләт башлығы Дуҫлыҡ ордены менән наградланы.

21 февралдә Руслан Захаров һәм Семен Елистратов Рәсәй йыйылмаһы составында (Виктор Ан һәм Владимир Григорьев) 5000 метрлыҡ эстафетала «алтын» яуланылар. Республиканан Өфөнөң тиҙ йөрөүсе спортсылары 1,5 миллион һум күләмендә (4 миллион һум күләмендә федераль бүләкте иҫәпкә алмайынса) аҡсалата бүләк аласаҡ. Спортсыларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса мәсьәлә ҡарала.

Шулай уҡ орденға Олимпиада-2014-тә биатлон буйынса ике «көмөш» яулаусы Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Ольга Вилухина лайыҡ булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть