8 декабрь, Кесе йома

25 февраль 2014 йыл, 10:45

Рөстәм Хәмитов «Эксперт» журналына интервью бирҙе

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Эксперт-Урал» журналына интервьюла 2014 йылда ниндәй үҫеш нөктәләренә ставка ҡуясағы тураһында һөйләне. Үҫеш өсөн республика етәкселеге иҡтисадтың ниндәй өлкәләрендә ресурстар эҙләйәсәге тураһында һорауға, төбәк башлығы, 2016 йылға тулайым төбәк продукты буйынса күрһәткестәрҙе 1,5 триллион һумға тиклем тулыһынса үҫтереп була, һәм ул тәү сиратта эске резервтар иҫәбенә, эшләп килгән сәнәғәт комплексын модернизациялау юлы менән өлгәшеләсәк, тип яуапланы.

«Хәҙер беҙ һәр предприятие менән тиерлек шәхсән эшләйбеҙ – ике яҡтың да йөкләмәләр нигеҙендә үҫеш варианттарын билдәләйбеҙ, ярҙам тәҡдим итәбеҙ һәм күрһәтәбеҙ. Сәнәғәтселәр менән маҡсатыбыҙ уртаҡ – етештереү күләмен арттырыу, иҡтисадты диверсификациялау, яңы эш урындарын булдырыу. Был кәрәкле һөҙөмтә бирәсәк», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Уның әйтеүенсә, «үҫеш өсөн мөмкинлектәр бөтә өлкәләрҙә – машина эшләүҙә, еңел сәнәғәттә, радиоэлектроникала бар. Әммә, нефть химияһындағы һәм химия производствоһындағы кеүек, үҫеш потенциалы бер ниндәй өлкәлә лә юҡ. Унан да бигерәк, минең ышаныуымса, химия производствоһы тотош ил үҫеше драйверҙарының береһе булыуы ихтимал. Беҙҙә сеймал күп, эске ҡулланыу ғәйәт ҙур, әммә үҙебеҙҙең баҙарҙарҙа химия предприятиеларының юғары технология продукциялары һатылмай тиергә була. Төп производство эре тоннажлы химияға – пластикка, минераль ашламаларға йүнәлтелгән – һәм ул экспортҡа сыға. Беҙ һуңғы продукцияны етештерергә өйрәнергә, эске ихтыяж талаптарын тәьмин итергә тейеш. Пластиктан аҙмы-күпме мөһим әҙер продукцияны сит илдән алабыҙ, үҙебеҙҙең производство юҡ тиерлек. Беҙ бының турала төрлө кимәлдәрҙә һөйләйбеҙ. Аңлашыу бар, әммә был процесс оҙаҡҡа һуҙыла. Был йүнәлештә уйланылған дәүләт сәйәсәте кәрәк. Кластер үҫеше кәрәк: химик комплекс Совет осоронда берҙәм бөтөн һымаҡ формалашҡан. Хәҙер ул технологик айырылған, шәхси корпорациялар араһында бүленгән. Берҙәм технологик һәм сеймал киңлеген тергеҙергә, өлкә эсендәге кооперацияны көсәйтергә кәрәк, был осраҡта предприятие хатта төрлө милекселәрҙеке булһа ла ярай».

Аҙ тонналы нефть химияһынан тыш, республика иҡтисадын үҫтереү өсөн радиоэлектроника, энергияны файҙалы тотоноу ҡорамалдары производствоһы, инфраструктура, мәғлүмәти технологиялар, хеҙмәттәр һәм туризм өлкәһе – яңы ориентирҙар булыуы ихтимал. Әммә улар эшләһен өсөн бөтә инновацион инфраструктура – техник парктар, бизнес-инкубаторҙар, кластерлы үҫеш үҙәктәре, технологиялар трансферты бөтә ҡеүәт менән эшләргә тейеш. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә федераль үҙәктең ярҙамы бик кәрәк.

Тағы ла бер үҫеш нөктәһе тип Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт комплексын атаны. Хәҙер агросәнәғәт комплексынды дөйөм 70 миллиард һумдан ашыу 18 эре проект тормошҡа ашырыла. Уларҙың икәүһе – 12 һәм 6 миллиард һумға – һөтсөлөк производствоһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Сусҡа ите һәм күркә ите етештереү буйынса ҙур проект бар. Агросәнәғәт комплексының икенсе мөһим йүнәлеше – фермерлыҡты һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы үҫтереү. Башланғыс капитал сифатында улар 10 миллион һумға тиклем грант ала.

Журналда интервьюла Рөстәм Хәмитов торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫешенә, республиканың инвестиция йәлеп итеүсәнлегенә, эре сәнәғәт объекттары төҙөлөшөнә, федераль үҙәк менән үҙ-ара мөнәсәбәттәргә, урындағы үҙ идара органдары булдырыуға һәм уларҙың иҡтисадта ҡатнашыуына, бюджетты планлаштырыуға, ШОС һәм БРИКС халыҡ-ара саммиттарын үткәреүгә әҙерлеккә, дини ойошмалары йәшәйешенә ҡағылған һорауҙарға яуап бирҙе.

«Эксперт-Урал» журналына Рөстәм Хәмитов интервьюһының тулы тексы БР Президентының рәсми сайтында урынлаштырылған.