11 декабрь, Йәкшәмбе

24 февраль 2014 йыл, 16:52

Көйөргәҙе районында марал, ала-сыбар болан һәм йәйғорло бағыр үрсетәләр

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостандың Көйөргәҙе районында марал (эре себер боланы), ала-сыбар болан һәм йәйғорло бағыр үрсетеү буйынса ферма эшләй.

Ферма Яңы Муса ауылы ситендә 2013 йылда барлыҡҡа килә. Бында хәҙер 14 марал һәм 12 ала-сыбар болан бар, яңыраҡ тәүге үрсем булды. Хайуандарҙы вольерҙарҙа тоталар, ойоштороусылар яңыларын төҙөү өсөн өҫтәмә 100 гектар ер ҡуртымға алған – 2014 йылдың аҙағына тиклем хайуандарҙың иҫәбен 500 башҡа тиклем арттырыу планлаштырыла. Бер нисә йылдан үрсетеүселәр тәүге панттар – боландарҙың йәш мөгөҙҙәрен алырға иҫәп тота, улар ҡатҡан, иҫке мөгөҙҙәрҙе ташлағандан һуң йыл һайын үҫеп сыға. Уртаса боландар 15 йыл йәшәй, кеше ҡарауы аҫтында – 25 йыл самаһы. Бөтә йәшәү осоронда бер боландан 13-15 пант алып була.

— Беҙ «сәнәғәт» кимәлдә панттар ала башламаныҡ әле, — тип аңлатты «Аркус» яуалылығы сикләнгән йәмғиәте директоры  Наталья Коновалова. — Беҙҙең яҡындағы 4-5 йылға бурыс – хайуандарҙы үрсетеү. Әлбиттә, фермаға капитал һалыу оҙаҡ срокка. Бөтә сығымдар, тулы ҡеүәттә эш башлағас, биш йыл дауамында ҡапланыр тип планлаштырабыҙ.

Предприятиеның продукцияһын Ҡытайҙа һәм Кореяла һатыу планлаштырыла. Инвестор әйтеүенсә, панттарҙан дарыуҙарҙы Рәсәйҙә лә эшләй башланылар, шуға күрә Рәсәй етештереүселәренә сеймал һатыласаҡ.

Маралдарҙан һәм боландарҙан тыш, хужалыҡта балыҡ үрсетәләр. Соҡор урынында бер нисә быуа эшләп, һыу юлын үҙгәртәләр. Хәҙер бында электр үткәрелгән, һөмбаш һәм йәйғорло бағырҙарҙы үрсетеү өсөн ябыҡ бассейн бар. Өс мең үҫтерелгән селбәрә 2013 йылдың яҙында урындағы быуаға ебәрелә, балыҡ һатылған. Хәҙер бассейнда килограмм ярымдыҡ биш йөҙ балыҡ ҡышлай. 2014 йылдың яҙында балыҡ үрсетеүселәр һатыу өсөн селбәрәләр алырға, шулай уҡ, зарарһыҙ һауыу ысулы тип аталған алым ярҙамында, һөмбаш ыуылдырығын алырға ниәтләнә.

темалар: ауыл хужалығы