7 декабрь, Шаршамбы

24 февраль 2014 йыл, 15:20

Йыл башынан алып эшһеҙ статусы 1,7 мең өфөлөгә бирелгән

автор: Галина Бахшиева

Йыл башынан алып рәсми эшһеҙ статусы 1,7 мең тирәһе өфөлөгә бирелгән. Был ваҡыт эсендә 1,6 мең тиерлек эшһеҙ эшкә урынлаштырылған, 1,8 меңләп кеше иҫәптән төшкән, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Өфөнөң халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенән.

Бөгөнгө көнгә Башҡортостандың баш ҡалаһында 6,2 меңдән ашыу эшһеҙ иҫәпләнә, уларҙан 5,3 меңдән күберәге эшһеҙлек буйынса пособие ала. Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә – йәштәр хеҙмәт биржаһында 6,9 меңләп кеше иҫәптә тора.

Ҡаланың вакансиялар банкында хәҙер 13,5 меңдән ашыу буш эш урыны иҫәпләнә. Шунлыҡтан, көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәрҙең вакансиялар һанына нисбәте, 0,51 процентҡа тиң. Рәсми эшһеҙлек кимәле 1,11 процент тәшкил итә, тип билдәләнеләр баш ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтендә.