10 декабрь, Шәмбе

24 февраль 2014 йыл, 15:07

Башҡортостанда эш хаҡы 2013 йылда инфляцияны иҫәпкә алыу менән 4,3 процентҡа үҫкән

автор: Эльвира Латипова

Республикала предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 2013 йылда 22 440,2 һум тәшкил итте, ул 2012 йыл күрһәткесенән номиналь сағылышта 11,4 процентҡа һәм ысынбарлыҡта, инфляцияға ярашлы, — 4,3 процентҡа күберәк. Статистик һайланмаға шулай уҡ бәләкәй бизнес предприятиелары һәм ойошмалары ла ингән, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Декабрҙә уртаса эш хаҡы төбәктә 27 957,1 һум тәшкил итте. Номиналь үҫеш, 2012 йылдың декабрендәге кимәл менән сағыштырмаса, 7,4 процент тәшкил итте, ысынбарлыҡта – 1,3 процент.

Ысынбарлыҡ эш хаҡын билдәләгәндә ҡулланыу хаҡтары индексы иҫәпкә алына.