10 декабрь, Шәмбе

24 февраль 2014 йыл, 14:38

Рөстәм Хәмитов Республиканың территориаль үҫеш буйынса агентлыҡтың эшмәкәрлеген туҡтатты

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Республиканың территориаль үҫеш буйынса агентлыҡтың эшмәкәрлеген туҡтатты. Ведомствоның функциялары БР Иҡтисади үҫеш министрлығына тапшырылды.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, функцияларҙы тапшырыу яңы маҡсаттар һәм федераль кимәлдә дәүләт идаралығы системаһын планлаштырыу процесын үҙгәртеү сиктәрендә бойомға ашырыла. 2012 йылдың декабрендә һәм 2013 йылдың майында, өс йыллыҡ бюджетҡа күсеүҙе һәм «программа» форматында уның формалашыуына нигеҙ һалыуҙы ҡараған, Рәсәйҙең Бюджет кодексына үҙгәрештәр ҡабул ителгәйне.

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин Агентлыҡтың эшен ыңғай баһаланы. Уның билдәләүенсә, ведомство бер төркөм стратегик документтар әҙерләгән: 2020 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫеш доктринаһы, төбәктең алға китеш һәм территориаль үҫеш концепциялары, республиканың башҡарма власть органдары эшмәкәрлеген баһалау методикаһы. Федераль кимәлдә ҡуйылған маҡсаттар сиктәрендә дәүләт программаларын әҙерләүҙең яңы тәртибе ҡабул ителгән.

— Был мөһим документтар иҡтисад менән идара итеү өлкәһендә процестарҙы артабан да камиллаштырырға бирәсәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.

Башҡортостан дәүләт власының ике башҡарма органдарын берләштереү республика бюджетынан өҫтәмә сығымдар талап итмәйәсәк.