9 декабрь, Йома

24 февраль 2014 йыл, 13:45

Сочиҙа XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары йомғаҡтары: шорт-трексылар Семен Елистратов һәм Руслан Захаров «алтын» менән

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олимпия фотобанкы

Сочиҙа XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары тамамланды. Рәсәй йыйылмаһы дөйөм команда зачетында еңде. Рәсәйлеләрҙең иҫәбендә 33 миҙал – 13 алтын, 11 көмөш һәм 9 бронза. Улар Норвегияны – 26 (11-5-10) һәм Канаданы – 25 (10-10-5) уҙа.

Рәсәй йыйылмаһы составында Сочиға Башҡортостандан 14 спортсы барҙы.

Өфөнән шорт-трексылар Семен Елистратов һәм Руслан Захаров ҡына миҙал яулай алды. Улар ярыштың һуңғы көнөндә 5000 метрлыҡ дистанция эстафетаһында алтынлы булды. Семен һәм Руслан менән бергә «алтын»ды Виктор Ан һәм Владимир Григорьев алды. Тағы ла Өфөнән бер шорт-трексы Дмитрий Мигунов, запаста ҡалып, боҙға сыҡманы.

Башҡортостандың ҡалған олимпсылары киләһе һөҙөмтәләргә эйә.

Трамплиндан саңғыла һикереүселәр:

Дмитрий Васильев – К-125 трамлинында 26-сы урын, команда ярышында 9-сы урын; ҙур Сочи трамплинының рекорды – 144,5 метр;

Илмир Хазетдинов — К-95 трамплинында 35-се урын, К-125-тә 29-сы урын, команда ярышында 9-сы урын;

икебәйгесе Эрнест Яхин – команда ярышында 9-сы урын;

бобслейсы Илвир Хузин (Александр Касьяновтың боб-дүртлеге) – АҠШ-ның «бронза»  экипажына 0,03 секундҡа ҡалышып 4-се урында;

Антон Копривица сноуборд-кросс буйынса, үҙенең бәйгеһендә 5-се урын биләп, квалификациянан үтмәй;

Рәсәй йыйылмаһы хоккейсылары (Өфө «Ағиҙеленән») – Ангелина Гончаренко, Инна Дюбанок, Алена Хомич, Анна Шибанова, Елена Дергачева, Екатерина Пашкевич – олимпия ярышында алтынсы урынды биләй.

Билдәләп үтергә кәрәк, сығышы менән Межгорье ҡалаһынан, Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе биатлонсы Ольга Вилухина, Новосибирк өсөн сығыш яһап, спринтта, шулай уҡ 6-шар километр 4 ҡатын-ҡыҙҙар эстафетаһында «көмөш» яуланы.

Өфөнөң «Салауат Юлаев» һөжүм итеүсеһе Антти Пильстрем Финляндия составында Уйындар-2014-тә бронза призеры булды. Команда АҠШ көрәштәштәрен 5:0 иҫәбе менән еңде.